

Районыбыҙ ауылдарынан полицияға былтыр көҙҙән хәбәрҙәр килә башлай – ваҡытлыса кешеһеҙ торған өйҙәрҙе кемдер талай.
Эҙләй торғас, хоҡуҡ һаҡлаусыларыбыҙ тәки эҙҙәренә төштө – Силәбе өлкәһенә барып, 42 һәм 44 йәшлек ике бәндәне ошо арала ҡулға алдылар. Златоуст ҡалаһында көн күргән, быға тиклем дә хөкөм ителгән әҙәмдәр ваҡыты-ваҡыты менән Учалы районына барымта башҡарғандар икән. Ауылға килгәс, ишек-ҡапҡа алдына ҡар һалған өйҙәргә иғтибар иткәндәр – тимәк, кеше юҡ. Йоҙаҡ емереп инеп, бар мөлкәтте ҡырып-һепереп алғандар. Айырыуса самауыр яратҡандар, тип хәбәр итте БР буйынса Эске эштәр министрлығы –һатып алырға теләүселәрҙе табыуы еңелерәк, ти. Эйе, ҡулға алғанда байтаҡ урланған әйберҙәр табыла, ә бына самауырҙарҙы осроп өлгөргәндәр.
Әлегә районыбыҙҙа 7 урлашыуҙа ғәйепле икәнлектәре фараз ителә, бер ыңғайы Учалы полицейҙары Силәбе ауылдарында 4 урлашыу эпизоды тураһында ла белеп ҡала, коллегаларына хәбәр иткәндәр. Афарин!