Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
31 Ғинуар 2022, 10:15

Учалы балалары вакцина ҡуйҙыртты

Уҙған аҙнала республиканың «Башфармация» складына балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән «Спутник М» вакцинаһының тәүге партияһы (2 880 доза) килтерелде һәм республиканың медицина учреждениеларына таратылды. Учалы үҙәк ҡала дауаханаһы «Гам-КОВИД-Вак-М» вакцинаһының беренсе компоненты - алтмыш дозаны ҡабул итте. Вакцина балаларҙың йәшенә яраҡлаштырылған.

Учалы балалары вакцина ҡуйҙырттыУчалы балалары вакцина ҡуйҙыртты
Учалы балалары вакцина ҡуйҙыртты

Уҙған аҙнала республиканың «Башфармация» складына балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән «Спутник М» вакцинаһының тәүге партияһы (2 880 доза) килтерелде һәм республиканың медицина учреждениеларына таратылды. Учалы үҙәк ҡала дауаханаһы «Гам-КОВИД-Вак-М» вакцинаһының беренсе компоненты - алтмыш дозаны ҡабул итте. Вакцина балаларҙың йәшенә яраҡлаштырылған.

28 ғинуарға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Учалыла 24 бала «Спутник М» вакцинаһын ҡаҙатҡан. Улар 3-сө лицей, 5-се мәктәп, 10-сы мәктәп уҡыусылары, сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенттары. Был хаҡта Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының балалар  поликлиникаһы мөдире Ирина Косогорцева хәбәр итте һәм ата-әсәләрҙең бөгөнгө көндә прививкаға бәйле һорауҙарына яуап бирҙе.

Баш педиатр әйтеүенсә, «Гам-КОВИД-Вак-М» препаратының киләһе партияһы килеү менән уны ҡала-райондың медицина учреждениеларына таратып бирәсәктәр. Уҡыусыларға вакцина тәүҙә дауаханаларҙың прививкалау кабинеттарында эшләнәсәк, артабан республикала эпидемиологик хәлдең яҡшырыуына ҡарап, вакцинацияны мәктәптәрҙең медицина кабинеттарында уҙғарыу күҙаллана. 

Прививка 12-17 йәшлек үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән. Табип әйтеүенсә, вакцина балаларҙың йәшенә яраҡлаштырылған. Асылда ул  шул уҡ «Спутник V», тик биш тапҡырға шыйығайтылған. Өлкәндәр вакцинаһындағы кеүек үк, унда вирустың тере һәм үрсеүгә һәләтле өлөшө юҡ. «V» кеүек үк, ике компоненттан тора.

12-14 йәшлектәргә вакцинация уҙғарыу өсөн ата-әсәләрҙең яҙма рөхсәте кәрәк. 15 йәштән ҙур үҫмерҙәр прививка яһатыу-яһатмауҙы үҙ аллы хәл итә ала. 

Үҫмерҙәр өсөн препарат уҙған йыл Мәскәүҙең Морозов һәм З.А. Башляев исемендәге клиникаларҙа һынау үткән. Беренсе һәм икенсе этапта 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге ирекмәндәр ҡатнашҡан. Беренсе төркөмгә өлкәндәр өсөн тәғәйенләнгән дозаның ундан бер өлөшөн индерһәләр, икенсе төркөмгә биштән бер өлөшөн ҡаҙайҙар. Һөҙөмтәлә икенсе вариантта туҡталырға хәл итәләр. Һынауҙың өсөнсө этабы 12 поликлиникала уҙғарыла. Был юлы 3000 үҫмер ҡатнаша. Һуңынан асыҡланыуынса, үҫмерҙәр вакцинаны яҡшы ҡабул итә. Шуныһы бар, вакцинациянан һуң беренсе ике көндә тән температураһы күтәрелергә, ҡалтыратырға, тән, быуындар һыҙларға, укол урыны ауыртырға йәки ҡысытырға мөмкин. Тән температураһы 38,5 градустан юғарыраҡ күтәрелгәндә, нурофен йәки парацетамол эсергә була. Ҡайһы бер осраҡта уҡшыта, ашҡаҙан системаһында көйһөҙлөктәр барлыҡҡа килергә, тымау билгеләре һиҙелергә, лимфа төйөндәре ҙурайырға мөмкин. Йә иһә ҡайһы бер балаларҙа аллергия килеп сығыуы ихтимал. Был осраҡта табибҡа күренергә кәрәк. Вакцинацияланыр алдынан фельдшер тикшерә. Укол ҡаҙатҡандан һуң поликлиникала ултырып торорға, ярты сәғәт табип күҙәтеүе аҫтында ҡалырға кәңәш ителә. Вакцинаны әлеге ваҡытта йәшәү урыны буйынса поликлиникала ҡуйҙыртырға мөмкин. Өҫтәмә урындар асылғандан һуң хәбәр итәсәкбеҙ тине Ирина Косогорцева. Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығында эпидемиологик хәлде күҙ уңында тотоп 12 йәштән һәм унан ҙурҙарға вакцина яһатырға кәрәклегеген әйтәләр, айырыуса хроник сирле балаларға.

Түбәнге осраҡтарҙа укол эшләнмәй, әгәр вакцинаның теге йәки был компонентына организм ныҡ һиҙгер булһа; бала аллергиянан бик интекһә; йоғошло һәм йоғошло булмаған ауырыуҙар килеп сыҡһа, хроник сирҙәре көсәйһә – һауыҡҡандан һуң 2-4 аҙна үткәс кенә прививка яһатырға ярай. Еңелсә ОРВИ, ашҡаҙан-эсәк системаһында көйһөҙлөктәр килеп сығыу осрағында – тән температураһы нормалләшкәндән һуң вакцинация уҙғарырға мөмкин, шулай уҡ 12 йәше тулмаған балаларға прививка эшләнмәй.

Күреүебеҙсә, коронавирустың бишенсе тулҡыны беҙгә лә килеп етте. Сирлеләр көндән-көн арта бара. Шулай ҙа, үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Әлиә Зөлҡәрнәева әйтеүенсә, ҡала-районыбыҙҙа әлегә хәл тотороҡло. Ковид госпитале ябылған, коронавирус менән ауыр сирлеләрҙе маршрутизация буйынса элеккесә Белорет дауаханаһына ебәрәләр. Әгәр Учалыла эпидемиологик хәл насарайһа, ауыр сирлеләр арта башлаһа, госпиталь ҡабаттан асыласаҡ. Ғинуар айында ғына коронавирусҡа 3 меңгә яҡын мазок алынған, 176 кешелә ковид асыҡланған. Бөгөнгө көндә 97 кеше амбулатор дауалана. 13 сирле - Учалы ҡалаһынан (3), Бөйҙөнән (1), Учалы ауылынан (3), Миндәктән (5) һәм Поляковканан (5) - Белоретта госпиталдә ята. Уларҙың 10-һы – 60 йәште уҙған ололар.

Быға тиклем коронавирустың “дельта” штамы өҫтөнлөк итһә, хәҙер уның яңы төрө “омикрон” башланды. Ул “дельтаны” ҡыҫырыҡлап сығара. Шуныһы ҡыуаныслы, “омикрон” ныҡ зарарлы булыуға һәм тиҙ таралыуға ҡарамаҫтан, тәүгеһенә ҡарағанда еңелерәк үтә, тип тынысландыра табиптар.

Фото БР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан

 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас