Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
31 Ғинуар 2022, 04:52

Яңы йыл -4720 йыл башлана!

Барыҫ (юлбарыҫ) йылы бөгөн төндә башлана.

Яңы йыл -4720 йыл башлана!Яңы йыл -4720 йыл башлана!
Яңы йыл -4720 йыл башлана!

Барыҫ (юлбарыҫ) йылы бөгөн, 1 февралгә ҡараған төндә башлана. Теүәл әйткәндә -02.03. сәғәттә.

Барыҫ йылы — мөсәлдең Һыйыр йылынан һуң, Ҡуян йылынан алда килә торған өсөнсө йылы

Мөсәл — бик күп Азия илдәрендә, төрки халыҡтарҙың байтағында файҙаланылған 12 йыллыҡ цикллы йыл иҫәбе. Йылдарға 12 хайуан исеме бирелгән (Аждаһанан башҡа) һәм 12 йылға бер ҡабатланып та тора. Григориан календары буйынса Барыҫ йылы 19982010 йылдарға тура килгән. Киләсәктә 2022, 2034 йылдарҙа Барыҫ йылы буласаҡ.

Ҡайһы бер халыҡтарҙа Юлбарыҫ йылы тип тә атала.

 

  • Барыҫ йы­лы барын сәс, һис булмаһа тары сәс.
  • Барыҫ йылы — байлыҡ.

 

Һыйыр йылы күптәребеҙгә бик ауыр үтте, быныһы яҡшыраҡ килһен инде, Яңы йыл менән, туғандар!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас