

Әхирәтем Рәүләгә бағышлайым
Ҡасан барһам ҡаршы ала ине
Киң йылмайып, ҡоласын йәйеп.
Хәҙер генә табын әҙерләр ҙә
Ултырыр ҙа инек гәпләшеп.
Һөйләшеп хәбәрҙәр бөтмәҫ ине,
Иҫләп йәш саҡтарҙы, үткәнде.
Унан төшөп китәбеҙ барларға
Ул үҫтергән матур гөлдәрҙе.
Иҫкә төшә туҡһанынсы йылдар
Аҡсаһыҙлыҡ, зәһәр замандар.
Нишләр инем икән шул саҡтарҙа
Әхирәтем булмаһа янда?
Уртаҡ булды ярты сынаяҡ һөт
Ана шул юҡсылыҡ йылдарҙа.
Беребеҙҙә икмәк, беребеҙҙә сәй булһа,
Барыһын да бүлдек уртаға.
Сетерекле хәлдәр килеп тыуһа
Йүгереп бара инеп кәңәшкә.
Кәңәштәре уның төплө ине
Йәнәшәмдә йөрөгән фәрештә.
Көслө рухлы булды әхирәтем,
Ваҡланып, зарланып йөрөмәне.
Рәнйетһәләр йөрөмәне үсләшеп
Ярай, мин ғәфү итәм, тиер ине.
Хәҙер бына эргәмдә һин юҡ,
Ауыр бушлыҡ ҡалды күңелемдә.
Яуыз ауырыу һине алып китте
Ышанғым да килмәй һис кенә.
Тыныс, яҡты булһын гүрҙәрең,
Йәнекәйең булһын йәннәттә.
Күҙ алдымда һылыу йөҙөң ҡалды,
Изгелегең ҡалды йөрәктә.
Тәнзилә ҺАҘЫЕВА,
Учалы ҡалаһы.