

Февраль-март айҙары элек-электән киҙеүҙең, ғөмүмән, киҫкен респираторлы-вируслы инфекцияларҙың баш ҡалҡытҡан мәле һанала. Ә хәҙер был сирҙәргә мәкерле коронавирус та өҫтәлде.
Етмәһә тажлы зәхмәттең яңы штамы – “омикрон” балаларға ла йоға. Уҡыусыларҙың ҡышҡы каникулдарҙан ғинуар уртаһында ғына сығыуына ҡарамаҫтан, ҡала-районыбыҙҙа сир сылбырын өҙөп булманы, тип әйтерлек. Ҡала мәктәптәрендә уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа күпләп сирләй. Шуға күрә ҡала-районыбыҙҙа яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штабы 2 февралдән 8 февралгә тиклем 1-се башҡорт лицейында, 2-се, 5-се, 10-сы мәктәптәрҙә һәм 3-сө лицейҙа уҡыу процесын дистанцион рәүешкә күсерергә ҡарар итте. Балалар электрон һәм ҡағыҙ кейстар менән тәьмин ителде.
Сир бик агрессив. Балаларығыҙҙы һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Халыҡ күпләп йөрөгән урындарға бармай тороуығыҙ хәйерле. Һәм, әлбиттә, йәмәғәт урындарында төп ҡағиҙәләрҙе инҡар итмәгеҙ: битлек кейегеҙ, ҡулдарығыҙҙы антисептик менән эшкәртегеҙ, халыҡ араһында социаль арауыҡты күҙәтегеҙ.
Фото: Яндекс.Дзен