Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
2 Февраль 2022, 08:15

"Һәйбәт кешеләрҙән һәр саҡ яҡты, матур эҙ ҡала!"

Төркөмдәшебеҙҙең матур шиғыры

"Һәйбәт кешеләрҙән һәр саҡ яҡты, матур эҙ ҡала!""Һәйбәт кешеләрҙән һәр саҡ яҡты, матур эҙ ҡала!"
"Һәйбәт кешеләрҙән һәр саҡ яҡты, матур эҙ ҡала!"
Кеше күҙенә артыҡ күренеп бармаған, ябай, ҡәҙимге тормош менән йәшәүселәр бар арабыҙҙа. Ипле, башҡаларға зыянһыҙ, ярҙамсыл, ихлас булыуҙары менән айырылып тора улар. Ауылдашым, Ҡаһиров Жәмил Фәрхетдин улы - шундай кешеләрҙең береһе. Хәтеремдә, йорт төҙөргә тип, делянка алғас, май шәмендәй төҙ, йыуан ҡарағайҙарға һоҡланып, быларҙы нисек эшкәртермен икән тип, аптырап торғанымда, әллә ҡайҙан үҙенең Нил ҡустыһы менән Жәмил ағай килеп сығып, ағастарҙы ауҙарып, ялан ергә трактор менән сығарып, әҙерләп тә бирҙеләр!
Жәмил Фәрхетдин улы, 1957 йылдың 4 октябренда Учалы районының, Өргөн ауылында тыуа. Егет ҡорона еткәс, Учалы районының Юлдаш ауылы һылыуы, Фаррахова Сәфирә Даминдар ҡыҙына өйләнә. Егәрле йәштәр яңы йорт һалып инә, икәүләп колхозда эшләйҙәр, өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Матур, өлгөлө йәшәүҙәре һоҡландыра! Райондаштары араһында ҡәҙер - хөрмәтҡә лайыҡлы Ҡаһировтар ғаиләһенә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ - ҡыуаныстар теләйем!

Колхоз - совхоздар күп булды,
Гөрләп торҙо бөтә ил.
Ҙур фермала мал ҡараны,
Ауылдаш ағай, Жәмил!
Сәфирә еңгә - егәрле,
Һауында - иртә таңдан.
Эштән ҡайтыуына инде, -
Сабыйҙары уянған!
Бала - саҡтан хеҙмәт һөйөп,
Үҫеп етте өс бала.
Һәйбәт кешеләрҙән һәр саҡ
Яҡты, матур эҙ ҡала!
Донъяларын биҙәй бөгөн
Ейән - ейәнсәрҙәре.
Һоҡландыра матур, ябай,
Өлгөлө йәшәүҙәре!
Эльвира - шәфҡәт туташы,
Руслан улдары - шахтер.
Эмиль йөрөй "погрузчик"та,
Эштәре бара матур!
Ауылдаштарҙың шат йөҙөн
Күреүе шундай рәхәт.
...Ҡот - бәрәкәттә йәшәгеҙ, -
Яуһын һеҙгә мең рәхмәт!
 
              Рамай Ҡаһир, https://vk.com/id470811619
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас