

Учалы ҡала дауаханаһына аңын юғалтҡан, сәнселгән-киҫелгән яралар менән 28 йәшлек кеше килтерелә.
Полиция шундуҡ тикшерә башлай. Баҡһаң, ҡалабыҙҙың Киров урамындағы фатирҙа өс ир йыйылып хәмер һемерәләр. Яраланған ир, бурысҡа аҡса биргән иптәше менән бәхәсләшә башлайҙар ҙа, тегеһе бысаҡҡа йәбешә. Уныһына 30 йәш, пекарь булып эшләй, быға тиклем дә хөкөм ителгән граждан, тип белдерҙе БР буйынса эске эштәр министрлығы.
Ғәйебен таныған да инде, ти, ҡырағай ҡылығын иҫерек булыуы менән аңлата. Енәйәт эше ҡуҙғатылды.