Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
3 Февраль 2022, 10:47

Ҡот осҡос енәйәт

Ете йылға ултыртылды

Ҡот осҡос енәйәтҠот осҡос енәйәт
Ҡот осҡос енәйәт

Айырылышҡас, нимәһен ҡайтанан осрашып, ғауғалышып йөрөргә ине инде!

1968 йыл тыуған Учалы ауылы кешеһе элекке ҡатыны менән осраша, талашалар. Ярһыуынан аҡылын тамам юйған ир ҡатынды йығып һала, өҫтәлдән хужалыҡ бысағы эләктереп алып, кәмендә туғыҙ тапҡыр эсенә, күкрәгенә, муйынына, башына сәнсә.  Һуңынан, һаман да ажарлығын ҡәнәғәтләндерә алмайынса, өс тапҡыр ҡорбанының  башына балта төйҙәһе менән елгәрә.

Суд барышында енәйәтсе ниҙер әйтеүҙән баш тартты, ә тәфтиш барышында иһә ҡурҡыныс ҡылмышын көнләшеү менән аңлатҡан була, ти Учалы район судының пресс-хеҙмәте (http://uchalinsky.bkr.sudrf.ru/modules.php?name=press_dep&op=1&did=221)

Енәйәтсе 7 йылға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына ултыртылды. Хөкөм ҡарары законлы көсөнә ингән.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас