Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
4 Февраль 2022, 05:44

"50 тин премия кәрәкмәйме?"

Колумнистика

"50 тин премия кәрәкмәйме?""50 тин премия кәрәкмәйме?"
"50 тин премия кәрәкмәйме?"

Рәсәй хәрби-диңгеҙ флоты Ирландия ярҙарына сағыштырмаса яҡын тирәлә күнекмәләр үткәрергә йыйынғайны.  Караптар ҡайнашыуы (140 дана, 10 мең тирәһе хәрби), дөбөр-шатыр атыу тауыштары  балыҡсыларға ҡамасаулауы мөмкин булған икән. Был хаҡта Ирландия Сит ил һәм оборона министры Саймон Ковени РФ Оборона министры Сергей Шойгуға хат яҙа, хәлгә инеүҙе һорай. Беҙҙекеләр сәлешләнеп тормай, күнекмәне икенсерәк районға күсерергә  булғандар.  Бик хуп, ике ахмаҡ ҡына уртаҡ фекергә килә алмай, ә ҡалғандарҙан  татыу эш итергә теләк кенә талап ителә. Ә дөйөм алғанда, донъяла дары еҫе көндән-көн нығыраҡ аңҡый, аҙағы ғына хәйерле булһын инде!

Рәсәй хөкүмәте Пенсия  һәм Социаль страховка фондтарын  бер структураға – Социаль фондҡа берләштерәсәк, тигән имеш-мимештәр таралды. Эшҡыуарҙар тарифтар ғына артмаһын, тип борсола. Ә хеҙмәткәрҙәргә, эш биреүсе һалымды бер урынға түләйме, икәүгәме –  әллә ни айырма юҡ.  Беҙҙе шул ғына ҡурҡыта  – һәр кешенән эш хаҡына ярашлы  айырым тотолған пенсия иғәнәләре   ҡалған түләүҙәр менән бер ҡаҙанға һалып буталһа, күпмелер ваҡыттан – аҡса етешмәй, пенсия йәшен тағын күтәрәбеҙ, тип “һөйөнсө” алмаҫтармы? Бер ауыҙы бешкән һалҡын һыуҙы ла өрөп эсә!

Аҙна һайын донъяла 130 миллиард  дана коронавирусҡа ҡаршы битлек сүплеккә ырғытыла. Йөҙәр тонна полимер ҡатыш ҡалдыҡты ни эшләтергә? Рәсәйҙең “МИСиС” милли тикшереү университеты ғалимдары, АҠШ  һәм Мексикалағы коллегалары менән берлектә әмәл тапты, тип хәбәр ителде.Билектәрҙе башта ультратауыш менән зарарһыҙландыралар. Шунан, графендан махсус шыйыҡса һеңдереп, тыңҡыслайҙар һәм ҡыҙҙыралар – һығылмалы һәм осһоҙға төшкән аккумулятор (батарейка) тышлыҡтары әҙер. Ошо рәүештә буш  дарыу ҡаптарын да эшкә егергә мөмкин.

Эксперттар фаразы буйынса, 17 миллион Рәсәй граждандары  16,5 триллион һумлыҡ криптовалюта алған – бөтә донъялағы күләмдең 12 проценты!  Шунан, «ҡара көнгә” тип нисә биткоин һалып ҡуйҙығыҙ?  Етди әйткәндә, был төр финанс спекуляцияға бөтөнләй ҡағылмау хәйерлерәктер – йәһәт төп башҡа ултыртыуҙары мөмкин.

Нәшриәттәр биргән мәғлүмәт буйынса, былтыр рәсәйлеләр эзотерикаға, күрәҙәселеккә бәйле китаптарҙы күберәк ала башлаған, бер йылда артым -50 процент. Донъяла ни барғанын, исмаһам, ошо рәүештә аңлап ҡарарға ынтылуҙандыр инде. Ә бына дини әҙәбәиәт менән сауҙа 30 процентҡа кәмегән. 

Педагогтарға “стимулирующая выплата” тураһында күп һөйләнә. Кострома автотранспорт колледжында  ошондай премиялар менән һөйөндөрәләр: 5-10 йыл эшләгәндәргә – 50 тин (һум да түгел, тин!), 15 йылға тиклем стажлыларға – 1 һум, унан да оҙағыраҡ хеҙмәт иткән мөғәллимдәргә – 2 һум 50 тин.  22 йыл эшләгән бер уҡытыусы ғәрләнә, был хаҡта интернетҡа яҙа. Оҙаҡламай юҡ-бар сәбәп менән үҙен эштән сығаралар.  Иреп-ебеп барған кеше булһа, көслөнөкө – замана, тип ҡул һелтәр ине. Был ханым иһә  суд аша эшенә ҡайтанан  урынлашты,  стаж өсөн 67 мең 432 һум түләүҙе лә ҡаплата.

Ошо арала Италияла йәнлек тиреһе  етештереү менән шөғөлләнеү тыйылды. Улар ҙа Британия, Австрия, Дания, Чехия, Норвегия, Америка (айырым штаттарҙа) кеүек илдәргә ҡушылдылар.  Йәнәһе лә, хайуандарға ҡарата миһырбанлы булыр кәрәк. Шәп булғас, күн кейем кейеүҙән дә, ит ашауҙан да баш тартһындар!  Эйе,  йәнлектәргә лә мәрхәмәтле булыр кәрәк, әммә тап әле донъяла күпме миллион кеше аслыҡтан интегеүе, һуғыштарҙа ҡырылыуы,  ололар ғына түгел, балалар ҙа элементар дарыу етмәү, хәйерселек арҡаһында  үлеүҙәре тураһында уйлаһаң.... Ә бит  донъяның  ошо рәүештә  ҡоролоуына тап Көнбайыш илдәре сәбәпсе.

Ташкент зоопаркында саҡ ҡот осҡос фажиғә булмай ҡалды.  Шаҡшы бисә (ҡатын тип яҙырға ҡул бармай) кес кенә ҡыҙыҡайҙы айыуҙар ситлегенә ырғыта.  Ярар ҙа Зузу ҡушаматлы йыртҡыс ҡырағай әсә шәрәмәтенән мәрхәмәтлерәк булып сыға – баланың янына килә, еҫкәй һәм ситкә атлай.  Һуңынан асыҡлана: 30 йәшлек  инә есемендәге әҙәм балаһын һөйәре ташлап сит илдәргә аҡса эшләргә сығып китә лә, быныһы үсте 3 йәшлек балаға төшөрә. Йәнәһе лә, “депрессия”. Әлбиттә, шундуҡ ҡулға алына. Балаҡай иҫән-һау, ти, әлхәмдүлиллаһ!

Японияла автомобиль менән идара иткән 70 йәшлек  Казухару Окамото тиҫтәнән ашыу  мотоциклсы менән  ҡанға батып дөмбәҫләшә.  Аңлашыла, полиция килеп еткәс тә, йәштәрҙе ҡулға алырға ашыға. Әммә бабай үҙе ғәйепле икәнлеге асыҡлана: байкерҙарҙы уҙып барғанда саҡ ҡына төрттөрмәй , тегеләре дәғүә әйткәстәре, йоҙороҡ һелтәп ташлана, бер ҡатынды имгәтә. ....Элек, 40-50 йәште ашаҡлаған  кешеләр төп өлөштә ололарса  олпат, әҙәпле, төплө аҡыллы була торғандар ине! Хәҙер ни, аҡһаҡал-ағинәйҙәрҙең дә бәғзеләре  үҫмерҙәрсә сәлеш һәм баҫҡынсыл. Йәш саҡта ҡалай ҙа бата, олоғайған көндә Хоҙай тәүфиҡтан айырмаһын, тип юҡҡа әйтелмәй шул!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас