

Йома көндәрендә бер генә сүрәнең башҡортса һәм ғәрәпсә аудиофайлдарын “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөбөҙҙә урынлаштыра торғас (https://vk.com/public165174096) “Ҡөрьән-Кәримдең” бөгөн аҙағына ла еткәнбеҙ.
Аллаһҡа шөкәр, был ғәмәлгә 2019 йылдың 22 ноябрендә тәүләп тотнғанда, аҙаҡҡа тиклем етеү бик алыҫ перспектива булып күренә ине.
Бәлки, кемдер белмәйҙер: башҡорттарҙа борондан “Ҡөрьән сығыу” йолаһы бар – изге китап башынан алып тамамланғансы уҡыла (йә уҡытыла), хасил булған әжер-сауаптар доға өмөт иткән әруахтар рухына арнала.
Беҙ ни, башта был хаҡта уйламағайныҡ, төркөмдәштәрҙе Ислам менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайныҡ. Шулай ҙа, йоланы башҡарғанбыҙ икән, аҙағынан булһа ла, “Яйыҡ” гәзитен ҡасандыр уҡыған, мөхәрририәт менән хеҙмәттәшлек иткән әрүәхтәр рухына, баҫмабыҙҙы, интернеттағы яҙмалырыбыҙҙы әлеге мәл уҡыған дуҫтарыбыҙҙан доға өмөт иткән бөтә әрүәхтар рухына бағышлайбыҙ!
Һәм йоланың аҙағында башҡарырға тейеш доғаны ихлас күңелдән әйтәбеҙ:
-Раббым Аллаһ! Беҙҙә булған кәмселек-хаталарҙы ғәфү итһәң ине. Уҡыған ваҡыттағы кәмселек-хаталарҙы ғәфү итеп һәм әжер-сауаптарын доға өмөт иткән әруахтарға еткереп, рухтарын шат ҡылһаң ине!
П.С. Сүрәләрҙе башҡортсаға тәржемә итеп, матур итеп уҡып, аудиояҙмаларҙы интернетҡа ҡуйған кешеләргә бар йөрәктән рәхмәт.