

Алдаға гәзитебеҙҙә баҫҡан “Ике шартты үтәһәң...” мәҡәләһе йәмәғәт резонансы тыуҙырҙы. Яҡташыбыҙҙың яҙмаһында элекке заман ВЛКСМ горкомындағы йәмһеҙ хәлдәр тураһында бәйән ителә. Был сәбәпле, шәхси фекеребеҙҙе белдереп китәйек. Беренсенән, намыҫлы, ил, халыҡ өсөн ғүмерҙәрен бағышлаған ағай-апайҙар мәҡәләне ауырға ҡабул иткән икән, ғәфү үтенәбеҙ. Фәҡәт комсомол һәм партия тырышлығы менән Ватаныбыҙ донъяла иң ҡеүәтле, иң ғәҙел дәүләткә әйләндерелеүе һаман хәтерҙә. Әйткәндәй, был юлдарҙың авторы ла горком ағзаһы булды, комсомол активы ниндәй аҫыл ҡыҙ-егеттәр икәнлеген яҡшы хәтерләйбеҙ. Һуңынан да юғалып ҡалманылар, халыҡҡа хеҙмәт итеүҙе икенсе даирәләрҙә дауам итәләр. Ә икенсенән, телгә алынған мәҡәлә лә уйҙырма түгелдер инде... Йәмһеҙ яңғыраһа ла, башҡорттарҙың бик тә тура килгән мәҡәле бар бит – “Бер сысҡаҡ һыйыр бөтә көтөүҙе буяй”. Ошондай һатлыҡйән, ялағай, үҙ мәнфәғәтен генә уйлаған “һыйырҙар” булмаһа, Советтар Союзы һаман йәшәп килер ине! Ана бит, Ҡытай коммунистик идеологиянан бер ҙә баш тармайынса ла, донъяла иң ҡеүәтле дәүләткә әйләнде. Коронавирусты ла тиҙ еңеделәр, тап әле Олипиаданы ҡалай матур үткәрәләр. Үкенес, уларҙан айырмалы, беҙҙә “Полиповтар” ҙа байтаҡ пәйҙә булды шул....
Әйткәндәй, телгә алынған нәфис фильмдан өҙөктө Бәйләнештә селтәрендәге төркөмөбөҙгә лә ҡуябыҙ (https://vk.com/public165174096) – халыҡ дошманы Лахновскийҙың күрәҙәселеге раҫ килде буғай!