“Аҙна һайын бүләк” уйынында был аҙнала уңыш Рудник ҡасабаһынан Рәшиҙә Махияноваға йылмайҙы. Бүләккә ул 8 литрлыҡ кәстрүл алды.
Әйтергә кәрәк, Рәшиҙә Ғәббәс ҡыҙына бүләк тап-таман Тыуған көнөндә тапшырылды. Еңеүсебеҙ 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй икән. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Рәшиҙә Махиянова 36 йыл Учалы тегеү фабрикаһында тегенсе булып эшләгән. Өс ҡыҙға ҡәҙерле әсәй, ике ейәнгә һәм бер ейәнсәргә яратҡан өләсәй ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош юлдашы 56 йәшендә генә ауырып вафат булып ҡалған. Шулай ҙа ғаиләһенә яландай иркен йорт төҙөп өлгөргән.
- Ике һыйырым бар, ҡош-ҡорт та ҡарайым, баҡса ла үҫтерәм, - тип йылмайҙы егәрле апай үҙе менән яҡындан таныштырып.
Шулай, тынғыһыҙ, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙән йәм табып, ауылдарыбыҙҙа тырышып йәшәүсе ағай-апайҙарыбыҙ беҙгә өлгө булып тора ла инде.