Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
10 Февраля 2022, 06:10

Быймаһы ла быймаһы!

Ауылдың уңған кешеләренең береһе - оҫта быйма баҫыусы - Нафиҡ Минғәлиев. Быға тиклем ауылда эшләп килгән быйма баҫыу цехында 27 йыл эшләй ул. Цех ябылғас, юғалып ҡалмай, үҙ йортонда бына инде һигеҙенсе йыл эшен дауам итә. - Тәү ҡарауға ғына еңел күренгән эш көстө күп талап итә, быуындарҙың хәлен ала, - ти Нафиҡ Хәниф улы. - Һәр эшкә ихтирам менән ҡарарға кәрәк, шулай булмаһа, һөҙөмтә лә булмай. Хәҙер минең айырым цехым бар. Йәшерен-батырыны юҡ, һарыҡ йөнөнөң еҫе яман, әммә емеше татлы.

Быймаһы ла быймаһы!Быймаһы ла быймаһы!
Быймаһы ла быймаһы!

Ахун ауылының уңған кешеләренең береһе - оҫта быйма баҫыусы - Нафиҡ Минғәлиев. Быға тиклем ауылда эшләп килгән быйма баҫыу цехында 27 йыл эшләй ул. Цех ябылғас, юғалып ҡалмай, үҙ йортонда бына инде һигеҙенсе йыл эшен дауам итә.
-1987 йылда "Ҡыҙыл партизан" колхозы етәкселеге менән быйма баҫыу цехы булдырылған ине. Беҙҙе Межозерный ҡасабаһынан саҡырылған оҫта быйма баҫыусы Александр Николаевич Ильичев быйма баҫыу серҙәренә төшөндөрҙө. Минең менән бергә Баттал һәм Шамил Баҡыевтар, Эдгар Латыпов, Ильяс Ғәзизов, Марс Ғәббәсов һәм башҡа егеттәр өйрәнде. Яйлап кәрәкле станоктар, ҡорамалдар ҡайтартылды. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә ул цех юҡ инде, - тип һөйләне беҙгә Нафиҡ ағай.
Ауыл кешеһе өсөн быйма ябай әйбер түгел. Йомшаҡ та, йылы ла, уңайлы ла! Сатлама һыуыҡтарҙа ауыл халҡы тик быймала йөрөй. Матурлығы менән дә затлы итектәрҙән ҡалышмай. Быйма баҫыу борон халҡыбыҙҙың киң таралған кәсебе булһа, бөгөн уның менән булышҡандар бөтә республикала бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Әйтәләр бит, быйма баҫыу егәрлеләрҙең генә ҡулынан килә тип. Шулай булмай, бер пар быймаға кәмендә өс көн ваҡыт сарыф ителә.
- Тәү ҡарауға ғына еңел күренгән эш көстө күп талап итә, быуындарҙың хәлен ала, - ти Нафиҡ Хәниф улы. - Һәр эшкә ихтирам менән ҡарарға кәрәк, шулай булмаһа, һөҙөмтә лә булмай. Хәҙер минең айырым цехым бар. Йәшерен-батырыны юҡ, һарыҡ йөнөнөң еҫе яман, әммә емеше татлы. Ә бының өсөн етештергән тауарыңдың сифатлы булыуы шарт. Өйҙән үҙҙәре үк килеп ала, заказдар байтаҡ. Себер тарафтарынан, Мәскәү ҡалаһынан да заказдар күп. Бигерәк тә байрамдар алдынан бүләккә кәрәк тип һорайҙар, - ти быймасы.
- Заказдар күп булып китһә (бая әйткәнемсә, был күберәген байрамдар алдынан була), төнө буйы эшләргә тура килә. Бүләккә уңай, хаҡы ла арзан. Балалар быймаһы - 1300, ололарҙыҡы размерына ҡарап, 1700 һумдан алып. Аҡ йөндән баҫылған быйма йылыраҡ, уңайлыраҡ булһа ла, кешеләр ҡара быймаға өҫтөнлөк бирә. Әйтәм бит, халыҡ һорауына ҡарап эш итергә тырышабыҙ, бөтә кәрәкле ҡулайламаларым да бар, йыбанмай эшләргә лә, эшләргә, - ти оҫта.
Нафиҡ ағай тәүҙә йөрөп, сифатлы йөн йыйып ала, уны киптерә, ҡыйҙан таҙарта, тетә... Аҙаҡ, йөндө һыуҙа ҡайнатып, төп эшкә - быйма баҫыуға керешә.
- Бер пар быйманы, ғәҙәттә, 3 көн эсендә баҫам. Ярҙамсы булһа, әлбиттә, яҡшыраҡ булыр ине. Ләкин йәштәр хәҙер бындай эшкә ылығып бармай шул, - тип һүҙен дауам итә әңгәмәсем.
Эшләһәң - эш ҡарышмай. Күптәр оҙон аҡса эҙләп, сит тарафтарға китә, ә бына Нафиҡ ағай Минғәлиев үҙ һөнәренә тоғро ҡалған. Боронғо кәсепте дауам итеп, ауыр булһа ла эштән йәм табып, кешеләрҙе лә ҡыуандырып йәшәгән ир уҙаманы ихтирам тойғоһо ғына уята!

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас