

Бөгөн, 10 февраль муниципаль район Советының 17-се ултырышы үтте. Пандемия сәбәпле, он-лайн режимда, йәғни депутаттар һәр кем үҙ эше урынында ҡалып, компьютер аша фекер алышыуҙа ҡатнашты, тауыш бирҙе. Хакимиәт залында район Советы рәйесе Руслан Ғайсин менән Совет секретары Зариф Ғариповтар ғына булды. Әммә регламент теүәл күҙәтелде, шул иҫәптән гимндар яңғырағанда барыһы ла аяғүрә баҫҡанға иғтибар иттек
Былтырҙан ҡулланыла башлаған был яңы формат ултырыштың эшлеклелеген арттырҙы ғына буғай. Депутаттар алдан бөтә материалдар менән танышҡас, оҙон-оҙаҡ докладтар уҡыуҙың бер кәрәге юҡ.
Бихисап һорауҙар ҡаралды, урындағы норматив акттар раҫланды. Әйтәйек, Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашыу тәртибенә үҙгәрештәр индерелде. Нишләйһең инде, коронавирус сәбәпле йыйылыштарға 30 кешенән артыҡ йыйыу тыйылғас, бер үк ҙур ауылда йыйылыштарҙы ҡат-ҡат үткәрергә лә тура хәҙер. Күптәр ауырығас, хатта, район Советы һәм хакимиәтенең былтырғы эшмәкәрлек буйынса отчет ултырыштары ла әлегә кисектерелде.
Ә беҙгә был ултырышта иң оҡшағаны – район Советының 2022 йылға пландары тураһында Зариф Ғадинан улының саф башҡорт телендә доклады ифрат матур яңғыраны. Тауышы профессиональ дикторҙарҙыҡынан бер ҙә кәм түгел икән! Әлбиттә, депутаттарға руссаға тәржемә алдан ебәрелгән булған.
-Башҡорт теле – дәүләт теле, әлбиттә, ваҡыты-ваҡыты менән үҙ телебеҙҙә рәсми сығыштар ишетеү бик тә кинәнесле! – тип һуңынан тәьҫораттары менән уртаҡлашты район Советы депутаты, Учалы районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Мозафар Ҡадиров. – Аңлашыла, бөтә ултырыштарҙы тик башҡорт телендә үткәреү килешмәҫ ине – бөтөнләй аңламағандар ҙа байтаҡ бит. Шул уҡ ваҡытта туған телебеҙҙе мөмкин тиклем йышыраҡ яңғыратыр кәрәк, юғиһә, тик башҡорт-татарҙар йыйылған, ул тиклем рәсми булмаған йыйылыштарҙа ла ниңәлер тик русса һөйләшеп маташыусылар юҡ түгел. Рус теле лә, башҡорт теле лә – Башҡортостан Республикаһының типә-тиң дәүләт телдәре!