Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
10 Февраль 2022, 06:30

Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем...

Мода үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, үҙебеҙҙең башҡорт мамыҡ шәлдәре һәр ваҡыт популяр булып ҡала килә. Бөгөн мамыҡ шәлдәрҙе күп осратырға була. Ахун ауылында йәшәүсе тағы бер оҫтабикәләрҙең береһе - шәл бәйләүсе Минзилә Абдуллина. - Ғүмеремдә нисә шәл бәйләгәнмендер, иҫләмәйем. Бүләккә лә, үҙҙәренә тип тә алалар. Килен һөйөүгә тип паутинкаға заказ биреүселәр күп. Бер ултырһам, бөтмәйенсә тормайым.

Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем...Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем...
Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем...

Мода үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, үҙебеҙҙең башҡорт мамыҡ шәлдәре һәр ваҡыт популяр булып ҡала килә. Бөгөн мамыҡ шәлдәрҙе күп осратырға була. Ахун ауылында йәшәүсе тағы бер оҫтабикәләрҙең береһе - шәл бәйләүсе Минзилә Абдуллина.
Минзилә Исмәғил ҡыҙы Ахун аулында тыуып үҫә. Мәктәпте тамамлағандан һуң Магнитогорскийға уҡырға керә. 1985 йылда кейәүгә сыҡҡас, Мәләүезгә химик заводҡа эшкә күсеп китәләр.
-Ял көндәрендә баҙарға сығам, ҡатын-ҡыҙҙар шәл һата. Эй күҙ ҡыҙа. Миндә лә шәл бәйләү теләге тыуҙы. Шул теләгемде эштә апайҙарға һөйләнем. Өйрәтергә теләүселәр табылды. Уның ҡарауы, бәйләү серҙәрен белә инем, әсәйем өйрәткән ине. Әсәйем ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән кис ултырыуға йыйылалар ине, мин дә уларҙан ҡалмай бара инем. Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарап, тәүҙә шәл ситенә тотондом. Артабан уға биҙәктәр һалырға өйрәндем, - ти Минзилә Исмәғил ҡыҙы. - Шулай итеп, беренсе шәлемде 1990 йылда бәйләнем. Бөгөн нисә шәл бәйләгәнемде иҫләмәйем дә.
16 йыл Мәләүездә йәшәгәндән һуң, тыуған нигеҙгә ҡайтып төпләнә ғаилә. Минзилә апай башта һатыусы, һуңынан "Башнефть" заправкаһында эшләй. Буш ваҡыттарында яратҡан шөғөлө менән булыша.
Оҫтабикә биҙәктәрҙе үҙе һайлай. Күңеленә ниндәйе килә - шуларҙы теҙә. Интернеттан, китаптарҙың кәрәге юҡ, бөтәһен дә яттан белә.
- Ғүмеремдә нисә шәл бәйләгәнмендер, иҫләмәйем. Бүләккә лә, үҙҙәренә тип тә алалар. Килен һөйөүгә тип паутинкаға заказ биреүселәр күп. Бер ултырһам, бөтмәйенсә тормайым. Наркотик һымаҡ икән ул, бәйләге генә килеп тик тора. Носки, бейәләй бәйләргә яратмайым. Ихласлап тотонһаң бөтә лә ҡуя. Ә минең бәйләгем килә.
Шәлдәрҙең уртаһын да Минзилә апай ҡул менән бәйләй. Машинканан үткәндәре тигеҙ булһа ла йылыһы булмай, сифаты юғала, бер йылдан уҡ ҡойола башлай, тип аңлатты ул быны. Баҙарҙа, магазиндарҙа шәлдәрҙе күп күрергә тура килә, күбеһенең уртаһы машинка менән бәйләнгән. Мин дә шулай эшләһәм, тиҙерәк булыр ине лә ул, ләкин намыҫым ҡушмай. Кеше хәләл аҡсаһына һатып ала, мәнфәғәтен күрергә тейеш. Шунлыҡтан бер килгән кеше миңә таға ла шәл һорап килә. Бәйләп бөтөп торам, алып китеп торалар. Үҙем дә бүләккә гел шәл бирәм - күршемә, ике киленемә, ҡәйенбикәмә, килендәшемә бүләк иткәнем булды. Әҙер ятҡан бер генә лә шәлем юҡ, - ти оҫтабикә.
Дебетте Минзилә апай Мәләүез яҡтарынан алдыра. Дебетте тетеү, иләү, сиратыу ҙа ҙур оҫталыҡ талап итә. Шәлгә тигән дебетте артыҡ ныҡ сиратырға кәрәкмәй - ҡабармаясаҡ.
- Минзилә апай, бер шәлде бәйләү өсөн күпме ваҡыт талап ителә?
- Ике аҙнала әҙер була. Бер ултырғанда бер яҡ ситен бөтөрөргә мөмкин.
- Үҙегеҙҙең бәйләгән шәлде башҡаларҙыҡы менән нисек айыраһығыҙ?
- Һәр кемдең үҙенә генә хас почерегы булған кеүек, бәйләмдә лә шундай эҙ бар. Оҫта ҡулдарҙан бәйләгәндәр күҙгә ташланып тора. Дебеттәре тигеҙ сыға.
- Иң яратып бәйләгән шәлегеҙ ниндәй?
- Әсәйемә бәйләгән иң ҙур шәл. Уға хәҙер инде 27 йыл. Шул ҡәҙәр күңел һалып бәйләгәнгәме, әле һаман бер нимә лә булмаған.
Шәл бәйләү бик оҙайлы процесс талап иткән иткән эш. Дебетен әҙерләп алыуға ғына ла байтаҡ ваҡыт талап ителә. Кәзәнең мамығын тарау, ҡыллау, тетеү... Артабан иһә дебетте иләү, иләнгәнгә еп ҡатлау, артабан сиратыу, йомғаҡлау... Шунан инде шәлдең ситен башлау, телдәрҙе һанай-һанай, биҙәктәрен барлай-барлай кәрәкле ҙурлыҡҡа еткереү. Һуңынан урта теҙеү һәм бәйләү. Урта әҙер булғас, ситтәрен тегеп сығыу. Бының менән генә лә шәл әҙер, тигән һүҙ түгел әле. Уны һабынһыҙ ғына, шампунь ҡушып һыуҙа ебетеп, сайҡау һәм телдәрен ҡаҙауҙарға индереп киргестә киптереү. Эйе, шәл бәйләү өсөн дә әллә күпме ваҡыт, сабырлыҡ һәм оҫталыҡ талап ителә. Минзилә апайҙың ҡулдарына бер үк күҙҙәр генә теймәһен, тип теләргә генә ҡала.

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас