Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
11 Февраль 2022, 10:12

"Буш ҡолаҡ"ҡа ҡытлыҡ

Колумнистика

"Буш ҡолаҡ"ҡа ҡытлыҡ"Буш ҡолаҡ"ҡа ҡытлыҡ
"Буш ҡолаҡ"ҡа ҡытлыҡ

Үлемдәр йышайҙы..... Мәрхүмдәрҙең  яҡындарына  был ваҡиғаны теркәү өсөн инстанциянан-инстанцияға күп йүгерекләргә тура килә.  Был йәһәттән бер генә ыңғай хәбәр – РФ Хөкүмәте ҡарары менән  1 марттан үлем тураһында медицина документтары электрон рәүештә тултырыла башлаясаҡ, тейешле базаларҙа теркәләсәк, кәрәк булған осраҡта граждандар “Дәүләт хеҙмәтләндереүҙәре” порталы аша ҡулланасаҡ, ти.

Рәсәйҙә яңы закон ғәмәлгә инде – икенән дә күберәк баланы көсләгән йә был хәшәрәт енәйәтте ҡабаттан ҡылған әҙәм аҡтыҡтары ғүмерлеккә төрмәгә ултыртыласаҡ.  Ниңә ҡәбәхәттәрҙе “сорттарға” айырып торалар икән – яуапты белмәйбеҙ. Беҙҙең шәхси фекергә,  буй-һын еткермәгән  сабыйҙарға кемдер ҡул һуҙа икән, ғәйебе судта иҫбатланған осраҡта, ҡоторған эт  һымаҡ  сүплек янына сығарырға ла атырға ине!

Түбәнге Новгород ҡалаһында 38 йәшлек ҡатын, башҡа урын тапмағандыр, йылылыҡ селтәрҙәре ҡойоһона төшөп бала тапҡан. Янында 2 йәшлек улы ла булған, ти. Ҡойо өҫтөндә көткән атай кеше, быға тиклем йәшәгән өйөбөҙҙән ҡыуып сығарҙылар, тип аңлатма бирә, ти.  Ниңә дауаханаға бармағандар һуң!? Бик етди тикшереү башланған.

Әле бер доллар 75-76 һум тора. Ошо нисбәт менән  эш иткәндә, беҙ ҡалған илдәр менән сағыштырғанда ныҡ хәйерсе йәшәйбеҙ. Ысынбарлыҡта улай уҡ түгел бит ул! Төп сәбәп – донъя хужалары ниндәй валюта  курс теләй, шуны урынлаштыра. Шуға ла  абруйлы  The Economistбаҫмаһы эксперттары “Бигмак индексы” алымын ҡуллана. Ябайса әйткәндә, бер үк “МакДональдс” корпорацияһы төрлө илдәрҙә бер үк кәтлит һалынған күмәстәрен һата, урындағы  сеймал ҡулланыла.  Тимәк, сығымдар ҡайҙа ла бер сама, урындағы валютаның баһаһын да билдәләргә ирек бирә. Рәсәйҙә ошо бигмак әле 135 һум тора, ти, Америкала -5,81 доллар, 444 һум! Иҡтисадсылар һығымта яһай Рәсәй валютаһы курсы ысынбарлыҡтан  70 процентҡа кәметелгән. Бер доллар – 23-24 һумға ғына тарта.  Шулайҙыр, илебеҙ күпме нефть-газ һатып та, бер ҙә ялсып китә алмай бит.  Әммә миҙалдың икенсе яғы ла бар, сит ил тауарҙары 1доллар – 23-24 һум иҫәбе менән килтерелә башлаһа, ватан етештереүселәре тамам тишек кәмәгә ултырырҙар ине буғай.

  Францияла бер ирекмәндәр ойошмаһы файҙалы эшмәкәрлеккә тотонған. Һәр теләгән кеше улар билдәләгән урындарға килеп (башлыса китапханаларҙа), хәбәрен һөйләп, күңелен бушатып китә. Ирекмәндән әллә ни күп тә талап ителмәй – баш һелкеп, эйе, шулай шул, тип баш һелкеп ултырыу. Нишләйһең инде, һәр кемдең  үҙе, нимә менән  һәм нисек сирләүе, яҡындары ҡәҙерен белмәүе тураһында һөйләге килә, ә “буш ҡолаҡтарҙы” табыуы йылдың-йылы ҡатмарлана бара – һәр кемебеҙҙең үҙенең аһ-зарҙары ла баштан ашҡан!

Башҡортостанда яңы һөнәри байрамды булдырырға ниәтләйҙәр. Республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв һүҙҙәренсә, парламенттың киләһе ултырышында Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре хеҙмәткәре көнөн билдәләү тураһындағы закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителә. Уны 29 октябрҙә булдырыу планлаштырыла. Тап1991 йылдың 29 октябрендә Башҡорт ССР-ының Дәүләт милке менән идара итеү буйынса дәүләт комитеты ойошторола икән.

Россошь ҡалаһында  йылға  өҫтөндә йөрөгән эт аҫтында боҙ ватыла ла, бата башлай.  Үҙаллы сыға алмай, боҙ ҡыры онталып тик тора. Был  фажиғәне осраҡлы рәүештә күргән 65 йәшлек Галина Восковых сисенә, һыуға ташлана, мәхлүкте этеп сығара. Баҡһаң,  элек ҡышҡы йөҙөү менән шөғөлләнгән икән. Боҙ өҫтөндә һаҡ булығыҙ, бәләгә тарығанда эргәлә бындай ҡаһарман ханымдар табылыуы  бик икеле бит.... Эт кенә “эт бәхетле”!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас