Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
14 Февраль 2022, 09:35

Илем тыныс торһон

Илем тыныс торһон, Игендәре уңһын. Халыҡтар дуҫ йәшәп, Күңелдәр саф булһын!

Тәнзилә Һаҙыева

Илем тыныс трһон

 

Илем тыныс торһон,

Игендәре уңһын.

Халыҡтар дуҫ йәшәп,

Күңелдәр саф булһын!

Көн дә иртән тороп,

Күҙҙе асыу менән

Шундай теләк-уйҙар

Килә күңелемә.

Иң беренсе уй шул:

Ауырыу ҡағылмаһын!

Бөтһөн тажлы вирус!

Бүтән ҡалҡынмаһын!

Халыҡ ауырымаһын!

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас