

Беҙ, кешеләр - альпинистар кеүек.
Тормош шундай ауыр, ҡатмарлы тип,
Уфтаналар ҡайһы берәүҙәр.
Тормош юлын лайыҡ үтер кәрәк,
Еңел түгел тауға үрләүҙәр.
Кеше йығылғанда ярҙам ит һин,
Иңеңде ҡуй, бирсе ҡулыңды.
Аллаһ, ышан, үҙе еңеләйтер -
Һынауҙарға тулы юлыңды!
Кеше күңелдәре тимер түгел,
Мохтаж ҡай саҡ ярҙам, наҙҙарға.
Һәр кемебеҙ үҫә, сыныға ул, -
Менгән саҡта үргә, тауҙарға!
Беҙ, кешеләр - альпинистар кеүек,
Бәйләнгәнбеҙ бер бау, арҡанға.
...Әгәр кемдер беҙгә мохтаж икән, -
Ашығайыҡ һәр саҡ ярҙамға!
Рәфиә Хөснуллина,https://vk.com/id612735061