Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
14 Февраль 2022, 10:10

Ун мең генә аҡса биреп

Ун мең генә аҡса биреп, Беҙҙе алдаштыралар. Тиеп яҙалар селтәргә Хөрмәтле пенсионерҙар.

Ун мең генә аҡса бирепУн мең генә аҡса биреп
Ун мең генә аҡса биреп

Ун мең генә аҡса биреп,

Беҙҙе алдаштыралар.

Тиеп яҙалар селтәргә

Хөрмәтле пенсионерҙар.

 

Биргән, биргән булыр тием,

Ниҙер алырға була.

Ун мең аҡсам бар әле тип

Мин шуға ла бик риза.

 

Ауырымай ковид менән

Шуныһы хәҙер мөһим.

Аҡса, байлыҡ та кәрәкмәҫ

Теге донъяға китһәң.

 

Һуғыштан һуңғы осорҙа

Халыҡ ауыр йәшәне.

Әммә күңелдәр уларҙың

Саф ине, матур ине.

Автор - Тәнзилә Һаҙыева.

Фото - Яндекс.Дзен

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас