Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
16 Февраль 2022, 10:35

“Душман”дарҙан да яһилыраҡ.......

Күпме кеше ҡырыла юл һәләкәттәрендә!

“Душман”дарҙан да яһилыраҡ.......“Душман”дарҙан да яһилыраҡ.......
“Душман”дарҙан да яһилыраҡ.......

Уйлап ҡараһаң, йән өшөткөс статистика: 10 йыл барған Афған һуғышында 10 Учалы  егете  баштарын һалды, ә бер 2020 йылда ғына  районыбыҙҙағы юл-транспорт һәләкәттәрендә 14 кеше вафат булды (7 водитель, 4 пассажир, 3 йәйәүле),  былтырғы һандар ҙа күңел һиллегенә булышлыҡ итмәй – 5 водитель, 2  пассажир  “иғлан ителмәгән һуғыш” ҡорбандарына әйләнә. Күрәһең, бер-беребеҙгә “душмандарҙан” да яһилыраҡ дошманға әйләнәбеҙ!

-Пассажирҙар һис ғәйепһеҙ көйөнсә үлә йә имгәнә – водителгә ышанып автомобилгә ултыралар бит, - ти үрҙәге һандарҙы бәйән иткән ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова.-  Әммә бик йыш хәүефһеҙлек ҡайыштары таҡмау арҡаһында  аварияның ауыр эҙемтәләренә тарыйҙар.  Йә, әйтәйек, баларҙы мотлаҡ махсус ҡоролмаға ултыртып ҡына йөрөтөр кәрәк.  “Пассив хәүефһеҙлек” ҡағиҙәләре тураһында  һис онотрға ярамай.

Һәр дүртенсе юл-транспорт һәләкәте – йәйәүлеләрҙе төрттөрөү йә тапатыу. Төп ғәйеп водителдәрҙә, әммә бик йыш йәйәүлеләр үҙҙәре лә сәбәпсе: билдәләнмәгән урында юл аша сығалар,  төндәрен яҡтылыҡ сағылдырғыс элементтаҙы таҡмайынса йөрөйҙәр. Йәйәүле – велосипедсыларҙан башҡа машина эсендә ултырмаған һәр кеше, был исемлеккә самокат, гироскутер, монотәгәрмәстә елдереүселәр ҙә инә. Иң борсоғаны – юлды үтеү өсөн махсус тәғәйен урындарҙа ла йәйәүлеләр йыш тапатыла башланы. Кеше, “зебраға” баҫҡас, үҙен хәүефтән ҡурсаланған итеп хис итә.  Һис тә улай түгел, юлды аша сыҡҡансы уяулыҡты юғалтмағыҙ, уңға-һулға ҡарарға онотмағыҙ!

 Ә иң йыш бәләгә ҡалыусылар – водителдәр. Байтағы был мәлдә хәмер эсеп иҫергән йә наркотик ҡулланған була. Йән-фарман елдереү, хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмау бик насар тамамланыусан.

  Дөйөм алғанда – бөтә тиерлек бәлә-фажиғәләрҙең нигеҙендә – юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтмәү.  Ошо хаҡта беребеҙ ҙә онотмайыҡ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас