Яйыҡ
+24 °С
Дождь
Новости
16 Февраля 2022, 11:40

Көмөш миҙал алдылар

Рәсәй Олимпия комитетының биатлон буйынса командаһының дүрт исеме мәңгелеккә Олимпия уйындары тарихына индерелде.

Көмөш миҙал алдыларКөмөш миҙал алдылар
Көмөш миҙал алдылар

Рәсәй Олимпия комитетының биатлон буйынса командаһының дүрт исеме мәңгелеккә Олимпия уйындары тарихына индерелде. Ирина Казакевич, Кристина Резцова, Светлана Миронова һәм Ульяна Ниғмәтуллина Пекиндағы Олимпиадала көмөш миҙал яуланы. Беҙҙең ҡыҙҙар Швеция вәкилдәренән генә ҡалышты.

Немец биатлонсылары финишҡа өсөнсө булып килде. Норвегия был дисциплинала миҙалһыҙ ҡалды.

Бынан алда «Башинформ» агентлығы 4х7,5 саҡрымлыҡ эстафетала ир-егеттәрҙең бронза миҙал алыуҙары тураһында хәбәр иткәйне. Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостан биатлонсыһы Эдуард Латипов та бар.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-02-16/rossiyanki-vzyali-serebro-olimpiady-2022-v-biatlonnoy-estafete-2695095

Автор:Алия Даутова
Читайте нас