

Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын (“больничный”) хәҙер өйҙә ултырып та астырырға һәм ябырға була. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының яңы ҡағиҙәләре коронавирус диагнозы ҡуйылған пациенттарға ҡағыла. Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын рәсмиләштереү өсөн 122 системаһына мөрәжәғәт итергә, регистратураға шылтыратырға йәки онлайн-заявка ҡалдырырға кәрәк.
Коронавирусҡа ыңғай тест килгән пациент телефон аша табип менән кәңәшләшә, дауа билдәләтә ала. Әлбиттә, был ауырыуҙың ризалығына, шулай уҡ хәленең нисек булыуына бәйле.
– Табип күҙәтеүе талап ителмәгән ауырыуҙарға ситтән тороп кәңәш алырға һәм дауаланырға мөмкин. Улар ауырыуҙары тураһында шылтыратҡандан һуң, “больничный” ҡағыҙы асабыҙ. Ете көн эсендә хәлдәре насарланмаһа, улар үҙҙәре эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын яптыра ала, – ти Өфөнөң 13-сө ҡала дауаханаһы табип-терапевы Екатерина Пушкарева.
Шулай итеп, табип менән пациент осрашмайынса ла “больничный”ҙы астырыу һәм ябыу мөмкинлеге бар. Әгәр тулыһынса һауығыу өсөн ете көнлөк карантин етмәһә, табип менән осрашырға тура киләсәк, әлбиттә. Ялған “больничный” алыу мөмкин түгел, ти белгестәр. Коронавирус диагнозы раҫланмаған пациенттар мотлаҡ табипҡа күренергә тейеш.
Ваҡытлыса индерелгән яңы ҡағиҙәләр табип өсөн дә, пациент өсөн дә уңайлы. Был - поликлиникаларҙа сиратты кәметеү өсөн күрелгән сара. Мәҫәлән, дауахана поликлиникаларына ғына көнөнә йөҙәрләгән пациент “больничный” яптырыу өсөн килә.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығында әйтеүҙәренсә, яңы ҡағиҙәләр поликлиника эшендәге көсөргәнеште кәметеүгә йүнәлтелгән. Ябайлаштырылған процедуралар март урталарына тиклем дауам итәсәк, кәрәк тип табылғанда оҙайтылыуы ла мөмкин.
Фото: uezdny-gorod.ru
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-02-16/telefon-asha-la-astyryr-a-m-mkin-2694891