Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
16 Февраль 2022, 10:00

Йәй ташы мажаралары

Йәй ташы мажаралары. Был хәл 1919 май була.Авторҙың өләсәһе күлдән ағып сыҡҡан йылғаға һыуға килә.Икенсе биҙрәһен тултырмаҡсы булып, һыуға эйелә. Шул саҡ ниндәйҙер йән эйәһенме, әллә таштымы күреп ҡала.

Йәй ташы мажараларыЙәй ташы мажаралары
Йәй ташы мажаралары

Йәй ташы мажаралары.Был хәл 1919 май була.Авторҙың өләсәһе күлдән ағып сыҡҡан йылғаға һыуға килә.Икенсе биҙрәһен тултырмаҡсы булып ,һыуға эйелә.Шул саҡ ниндәйҙер йән эйәһенме,әллә таштымы күреп ҡала.Таш тип әйтер инең,ҡайһы саҡта өҫкә күтәрлеп китә,тәлмәрйен тип әйтер инең,аяҡтары,башы юҡ.Уның аҫ яғы аҡһыл төҫтә,өҫ яғы йәшкелт төҫтә була.Ваҡыты -ваҡыты менән ул йә әйләнеп китә,йә сумған кеүек хәрәкәттәр яһай.Ни булһа ла,ҡыуанып йөрөгән балыҡты ла,терелеп киткән ташты ла хәтерләтә ул.Өләсәйем серле таштың өҫкәрәк ҡалҡыуын көтөп тора ла тегене күнәгенә һоҫоп ала. Ташты һыу эсенән сығарып,ҡулына алыуы була,көн торошо ҡапыл үҙгәрә.Донъя ҡараңғылыҡҡа сума :көслө дауыл ҡуба,томан кеүек нәмә бөтә ерҙе солғап ала.Шул саҡта өләсәйем иҫен юғалта -дауылдың ике биҙрәһен төрлө яҡҡа ырғытып бәреүен генә күреп өлгөрә.Иҫе уға өйөндә генә кире ҡайта.Ҡайтыу юлын нисек үткәнен ул бөтөнләй иҫләмәй.Уң ҡулында ныҡ итеп ҡыҫылған таш булыуын ғына тоя ул.Биҙрәләрен,көйәнтәһен һыу буйында ҡалдырып киткәнен аңлай. Дауыл иһә ҡотороноуын дауам итә.Өләсәйемдең күҙ алдында көслө ел тәҙрә ҡапҡастарын,рамдарын йолҡоп алып,селпәрәмә килтереп ергә ҡуша һуға.Йәш ҡатын( 21йәш)ныҡ ҡурҡа:ҡулындағы ташын урындыҡҡа ырғыта ла,ҡайныһы йәшәгән йортҡа йүгерә.Өләсәйемдең ире,минең олатайым,был ваҡытта өйрәтелгән ыласыны менән һунарға киткән була.Тәбиғәттең ҡапыл үҙгәреп китеүенең сәбәбен йәй ташы менән бәйләү өләсәйемдең башына ла инмәй.Ҡайныһының өйөнә килеп ингәндә ,төш ауған була.Намаҙға әҙерләнеп йөрөгән ҡайныһы,эштәрен ташлап,килененең йортона ашыға.Тырым-тыраҡай ятҡан рамдарға ҡарап,башын бер аҙ сайҡап торғандан һуң,эшкә тотона.Дауыл тыма төшә,ямғыр яуыуын дауам итә. Июнь башында ырыу йәйләүгә сыға.Ямғыр туҡтамай ҡойһа ла,ғәиләләр көс хәл менән тирмәләрен ҡороп шунда йәшәй башлайҙар.Һауып алған һөттө эшкәртеү бик ауырға төшә.Ул заманда һөт айырғыс булмағанлыҡтан,ҡаймаҡ эшләү өсөн һөттө ҡайната торған булғандар."Тәҡәтте шундай ҡоротто ямғыр, -тип һөйләгәне иҫемдә өләсәйемдең, -асыҡ ҡаҙандарға һыу тула ла ҡуя торғайны. "Ошондай шарттарҙа бер ай яфа сиккәндән һуң,халыҡ,тирмәләрен һүтеп алып,ауылға яғыныраҡ урынға күсеп килә.Яңы йәйләүҙә эштәрен бөткәс,йорт ҡураһының хәлен белеү өсөн өләсәйем йортона ҡайта.Инһә,ҡайны ҡартты һәм өҫтәл артында ултырған Лоҡман исемле ғалимде күрә.Алдындағы китапты өрәнеп ултыра ул."Килен,дауыл сыҡҡан көндө иҫләйһеңме? -тип өндәшә уға иренең атаһы. -Мине өйөңә саҡырғайның.Шул килгәнемдә урындыҡта бер таш күргәйнем.Ул ябай таш булып сығмаған,ә йәй ташы булған.Шул ташты урынына кире илтеп һалмайынса,ҡойма ямғырҙан ҡотолоп булмай.Лоҡман ағай боронғо китаптан уҡып шуны әйтте.Темәстән вазифалы кешеләр килгән.Уларға йәйге ташты урынына алып барып һалыуҙы ойоштороу бурысы йөкмәтелгән.Быны һин үҙең эшләргә тейешһең. "( дауамы бар)

Самат Мөхәмәтйәновтың(философия фәндәре докторы)яҙмаларынан өҙөк.

https://vk.com/sayer_donja

Автор:Алия Даутова
Читайте нас