Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
16 Февраль 2022, 10:10

Йәй ташы мажаралары (дауамы)

Шул саҡ Темәстән кешеләр килеп инә.Йорт тирәләй һаҡ ҡуйыла.Ҡайны кеше сит кешеләргә йәй ташын күрһәтә.Һыуҙан ҡырҡ көн элек алынған ташты кире урынына ҡайтарыу талабы ҡуйыла улар тарафынан.

Йәй ташы мажаралары (дауамы)Йәй ташы мажаралары (дауамы)
Йәй ташы мажаралары (дауамы)

Шул саҡ Темәстән кешеләр килеп инә.Йорт тирәләй һаҡ ҡуйыла.Ҡайны кеше сит кешеләргә йәй ташын күрһәтә.Һыуҙан ҡырҡ көн элек алынған ташты кире урынына ҡайтарыу талабы ҡуйыла улар тарафынан.Олатайым менән өләсәйемде бер арбаға,ҡайныһы менән ҡәйнәһен икенсе арбаға ултыртып,сит кешеләр ауыл янындағы йәйләүгә алып китә уларҙы.Шул ваҡыт халыҡ араһынан кемдер йәй ташын һорап ала.Таш ҡулдан ҡулға күсеп китә:береһе уның менән ауырыған күҙен ышҡый,икенсеһе ташты сырхау балаһының ауыҙына тыға,ә өсөнсөһө һыҙлаған беләге буйлап йөрөтөргә керешә.Йәй ташының сәләмәтләндереү көсө бар икәнен бөтә халыҡ белгән була ул заманда. Мәхшәр оҙаҡ дауам итмәй -ҡораллы кешеләр ташты кире өләсәйемә ҡайтарып бирә."Ташты һыуға ҡарап тороп һалма,-тип кәңәш бирә оло йәштәге ҡатындар.-Йылғаға арҡаң менән боролоп ,яуырының аша ташла.Йәй ташы,һыуға барып төшкән урынын,кеше белеүен теләмәй."Әммә Саҡмағош буйына килгәс,өләсәйем кәңәште тота алмай.Һыуға ҡарап ултырып,ташты тәрәнерәк урынға төшөрә.Алған урынынаа һис кенә лә төшөргөһө килмәй,сөнки ташты тотоп алған урын һай була.Һай урынға һалһа,ташты эҙләп,шул урынға яңынан киләсәген күңеле менән һиҙә ул.Бынан тыш,өләсәйем таштың башҡа кешеләрҙең ҡулына эләгеүен дә теләмәй.Әгәр ул,өлкәндәрҙең һүҙен тыңлап,ташты яуырыны аша ташлаһа,тарих ошоноң менән тамамланыр ине. Ысынында иһә хәл икенсе төрлөрәк йүнәлеш ала.Ташты һыуға төшөрөп,сүгәләп ултырған еренән күтәрелә башлауы була,өләсәйемдең кәүҙәһе көтмәгәндә юғары тиҙектә өҫкә осоп китә һәм күктә юғала.Олатайым был мәлдә ҡатынының эргәһендә торған була." Аллаһы Тәғәлә мине күккә алды ла ҡуйҙы,-тип аңлатты был мөғжизәне өләсәйем.-Үҙем менән нимә булғанын аңлап өлгөрмәнем.Күккә олғашыуым хаҡында олатайыңдың һүҙҙәренән сығып әйтәм."...Аңына килгәндә,өләсәйем таныш булмаған урында тороуын аңлап ала.Тирә -яҡта йәшел ҡарағайҙар үҫеп ултырғанын күрә.Үҙенән һулда ,Мәккә яғында,теҙелешеп ултырған тирмәләрҙе ҡарап тора,улар янында аҡ яулыҡ ябынып,ҡатын -ҡыҙҙар һыйыр һауа.Бихисап башҡа кешеләрҙе лә күрә ул.Таныш булмаған урында өләсәйемде бер кем дә алып йөрөмәй,шуға ул яңы донъяны үҙ аллы өйрәнергә була.Атлай торғас ,өләсәйем ҡара -көрән төҫтәге алмасыбар аттарҙан торған йылҡы өйөрөнә тап була.Малҡайҙарҙың ялдары шундай оҙон була -ергә етеп ,шунда тулҡын-тулҡын булып ята.Улар араһында айғырҙар ҙа,бейәләр ҙә,ҡолондар ҙа була.Ҡатын -ҡыҙҙар бында ла эшкә бирелгәндәр -бейә һауалар икән.(дауамы бар. )

Сәйер һәс ҡурҡыныс хәлдәр СӘЙЕР ДОНЪЯ

Автор:Алия Даутова
Читайте нас