Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
16 Февраль 2022, 09:30

Яҡташыбыҙ Олимпиадала миҙал яуланы

Финал уҙышында рәсәйҙәр норвегтарҙан еңелде.

Яҡташыбыҙ Олимпиадала миҙал яуланыЯҡташыбыҙ Олимпиадала миҙал яуланы
Яҡташыбыҙ Олимпиадала миҙал яуланы

Өфөнән конькиҙа йүгереүсе Руслан Захаров Пекиндағы Олимпиадала команда менән эҙәрлекләү ярышында көмөш миҙал яуланы. Финал уҙышында рәсәйҙәр норвегтарҙан еңелде. Американдар, Нидерланд командаһын уҙып китеп, бронза миҙал алды.

Шулай итеп, Рәсәйҙең конькиҙа йүгереү спорты буйынса ир-егеттәр йыйылма командаһы Пекиндағы Олимпия уйындарында эҙәрлекләү уҙышында көмөш призер булды.

34 йәшлек Руслан Захаров Сочиҙа үткән Олимпиадала уҡ шорт-тректа Башҡортостан өсөн сығыш яһап, эстафетала алтын миҙал алғайны. Ләкин шунан һуң шорт-трексының карьераһы үҫмәне, шуға ла ул конькиҙа йүгереү спортына күсергә хәл итте. Захаров Пхёнчханға барманы.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-02-15/konkobezhets-ruslana-zaharova-zavoeval-serebro-v-komandnoy-gonke-presledovaniya-na-olimpiade-v-pekine-2693600

Автор:Алия Даутова
Читайте нас