Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
16 Февраль 2022, 09:35

Юғалған бала Салауат районына нисек барып сыҡҡан?

Күптәрҙе Өфөлә ун йәшлек бала юғалыуы тураһындағы яңылыҡ шомландырҙы.

Юғалған бала Салауат районына нисек барып сыҡҡан?Юғалған бала Салауат районына нисек барып сыҡҡан?
Юғалған бала Салауат районына нисек барып сыҡҡан?

Күптәрҙе Өфөлә ун йәшлек бала юғалыуы тураһындағы яңылыҡ шомландырҙы. Асыҡланыуынса, ул 13 февралдә төш көнө сығып китеп, өйөнә ҡайтмай. Баланы яҡындары, ирекмәндәр, полиция төнө буйы эҙләй. Һәм кисә төштән һуң һәйбәт яңылыҡ билдәле була: бала табылған! Ул тере һәм иҫән, әммә... Өфөнән 230 километр алыҫлыҡта, Салауат районының төпкөл ауылдарының береһе Ташауылда...

Ни өсөн бала унда барып сыҡҡан? Берәйһе урлағанмы? Туғандары менән киткәнме? Һорауҙар бик күп булды, әлбиттә. Һәм, ниһайәт, хәлдең нисек булыуы асыҡланды.

Хәл былай була. Малай көндөҙгә сәғәт икеләрҙә өйө янындағы компьютер клубына бара һәм сәғәт бишкә тиклем унда була. Уйнап сыҡҡас, бала асыға, тик аҙыҡ алырға аҡсаһы булмай. Шул саҡта ул урам буйында бер ҡатынды күреп ҡала, уныһы әҙерәк эскән булған. Малай унан аҡса һорарға була. Тәүҙә - 50, аҙаҡ 100 һум һорай. Ҡатын малайҙан, ни эшләп ас йөрөйһөң, тип һораша башлай һәм үҙенә алып ҡайтып ашатырға тәҡдим итә. Бала ризалаша һәм машинаға ултырып сығып та китә.

Ә был ҡатын Салауат районының Ташауыл кешеһе булып сыға. Ул Өфөлә төҙөлөштә эшләгән һәм ялға тыуған яғына ҡайтырға йөрөгән. Бының өсөн ул такси саҡыртҡан һәм инде ултырып ҡайтып китәм тигән саҡта, малай килеп сыҡҡан да. Һөҙөмтә ғәжәпләндерә: малай таныш булмаған ҡатын менән ултырып 200-ҙән ашыу километр алыҫлыҡҡа сығып китә.

Уны нисек тапҡандармы? Хоҡуҡ һаҡсылары камералар буйынса малайҙың ҡайҙа йөрөгәнен асыҡлай һәм машинаға таныш түгел ҡатын менән ултырып киткәнен күрә. Таксисты табалар һәм унан ҡатын менән малайҙы ҡайҙа алып барғанын белешәләр.

Ә был ваҡытта ҡатын менән малай ауылға килеп етә, магазинға кереп ашарға алалар һәм тыныс ҡына ауыл урамдары буйлап ҡатындың өйөнә китәләр. Аҙаҡ уны ашата һәм йоҡларға һала. Ә иртән уның өйөнә полиция килеп инә.

Әлеге ваҡытта малайҙы яҡындарына алып ҡайтҡан, уның менән барыһы ла һәйбәт. Әйткәндәй, бала тәрбиәләнгән ғаилә иҫәптә тормай. Һәм уның үҙе менән телефоны булмаған.

Ғәжәп хәл. Ун йәшлек бала ни өсөн шулай еңел генә таныш түгел кеше менән сығып киткән дә, алыҫҡа барғас та өндәшмәгән? Ә ҡатын кеше нимә уйлап сит баланы әллә ҡайҙа алып киткән? Һорауҙар күп... Балаларҙы дөрөҫ тәрбиәләргә, уларға иғтибарлы булырға кәрәк. 

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас