Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
17 Февраль 2022, 10:05

Йәй ташы мажаралары (дауамы)

Өләсәйемдең яҙмышы һыу аҫты донъяһы менән ныҡ бәйле булды.Йәй ташынан тыш,ул һыу һыйырҙары хаҡында ла һөйләргә яратты.

Йәй ташы мажаралары (дауамы)Йәй ташы мажаралары (дауамы)
Йәй ташы мажаралары (дауамы)

 Өләсәйемдең яҙмышы һыу аҫты донъяһы менән ныҡ бәйле булды.Йәй ташынан тыш,ул һыу һыйырҙары хаҡында ла һөйләргә яратты.Икенсе Этҡол ауылынан кемдеңдер шундай һыйырҙың быҙауын алып ҡайтыуын телгә ала торғайны.Һөргөнгә ебәрелгән ҡустыһының төрмә начальнигына һыу һыйырының быҙауын тотоп алып килеүе,шул арҡала ваҡытынан алда иреккә сығыуы хаҡында бәйән иткәне лә иҫтә." Һыуҙа яралған быҙауҙың алты имсәге була.Бала ғына булһа ла,имсәгенән һөт саптырып тора.Тик тиҙ күҙегеүсән булғанға,һирәк осраҡта ғына мандып китә ул хайуанҡай", -тип һөйләй торғайны ул(Бөтә донъяға билдәле врач Эрнест Мулдашевтың " Беҙ ҡайҙан барлыҡҡа килгәнбеҙ" китабындамы икән ошо турала һүҙ бара -бер егет кис Һаҡмар буйында ат эҙләй һәм йылғаның бер ерендә һыу бызмырлағанын күрә,балыҡ тип уйлай,әммә һыу бутырлауға әйләнә һәм һыу аҫтынан бер күк( серый)үгеҙ килеп сығып стена кеүек ярҙан менеп китә,һыу буйында йөрөгән ауыл малына барып ҡушыла,артынан ҡалҡып килгән һыйырҙар,әллә кеше ҡарашын һиҙеп,кире сума.Үгеҙ таң атҡансы йөрөп кире һыуға төшә.)...Баҡмал өләсәйем һөйләгән мажараға оҡшашлы ваҡиғалар башҡа урындарҙа теркәлмәгәндер,ахырыһы.Һәр хәлдә,мин был турала ишеткәнем дә,уҡығаным да булманы.Фекеремсә," тере таш"әлесә һаҡланып ҡалһа,шул Саҡмағошта ғына ҡалғандыр.Йылғаға ул Алтынбай күленән( икенсе исеме Киндер күле)килеп ингәндер,тип фараз итәм мин.Бәлки,ошо күл беҙҙең донъя менән " Урал -батыр"риүәйәтендә һүрәтләп кителгән һыу аҫты иленең тоташҡан урынылыр.(Эрнест Мулдашевтың таш кешеләр,таштар тормошо,уларҙың тереклек итеүе тураһында видеолары бар.)...1930йылда,тыуған яҡты өйрәнеүсе М.Ф.Чурко Белорет районының Йөйәк ауылы эргәһендә мөғжизәле таш булыуы хаҡында яҙып ҡалдырған.Ҡаяны хәтерләтеп,өҫкә ҡалҡып сыҡҡан таш икән ул.Урындағы халыҡтың әйтеүенсә,шул ташты ҡамсы менән туҡмаһаң йәки уға ҡул менән тейһәң,дауыллы ямғыр башлана икән.Быға башҡа милләт кешеләре лә ышана икән,сөнки бер урыҫ шул ташҡа ҡулы менән тейгән икән,ҡойма ямғыр башланған,ә ташҡа тейгән кеше аҙаҡ ауырып киткән.(80СЕ йылдарҙа Алтын атлы һыбайлы әкиәтен хәтерләйһегеҙме,ташбаш,Катил батша...Э.Мулдашев әйтә бит бөтә әкиәт,легенда,мифтар булған хәл тип )

 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас