

Әлеге замананы “мәғлүмәт технологиялары революцияһы” тип атайҙар. Үкенес, революция етеҙ алға китеүҙе генә аңлатмай шул, боланан ҡуптарылған болғансыҡ һыуҙа балыҡ тоторға керешеүселәр ҙә бихисап.
“Мунсаға” ебәрҙе...
“Банить” итеү мунса менән бер нисек тә бәйле түгел. Интернеттағы заманса термин, блок ҡуйыуҙы аңлата. Берәйһен “банить” итәң икән, ул һиңә социаль селтәр аша яҙыу түгел, сәхифәңде лә асып ҡарай алмай.
Ошо төшөнсәгә бәйле бер ваҡиға тураһында беҙгә Учалы районы буйынса эске эштәр бүлеге тәфтишсеһе Лия Фәттәхова бәйән итте. Учалы ҡалаһындағы бер кеше “Бәйләнештә” селтәрендә иғлан күрә –автозапчастар тураһында. Һатыусы менән килешә, 10 мең һум аҡсаһын түләй. Тауарын көтөп ала алмай. Был хаҡта һатыусынан һорашырға булһа, тегеһе яҡташыбыҙҙы “банить” иткәнлеге асыҡлана. Исмаһам, тиргәп тә бер ни яҙа алмай алдаҡсыға!
Мәғлүмәт технологиялары заманында күләмлерәк урлашыуҙар ҙа байтаҡ. Әлегә билдәһеҙ бәндә, районыбыҙҙағы ҙур учреждениеһының компьютеры менән ситтән идара итеү юлын нисектер таба. Ошо компьютерҙан банкка бәйләнешкә сығып, үҙенә 6 миллион һум самаһы күсерткән! Бындай енәйәт ҡылыу өсөн юғары квалификация талап ителеүе көн кеүек асыҡ.
Ә түбәндәгегә оҡшаш хәл тураһында бер-нисә тапҡыр яҙғайныҡ та инде, күрәһең, Учалы ҡалаһында көн күргән йәш ҡатын “Яйыҡ” гәзитен уҡымай. Ҡыҫҡаһы, “БлаБлаКар” интернет сервисы аша Белорет ҡалаһына ыңғай ултырып барырға автомобиль таба. Водитель менән телефондан килешә, ул күрһәткән сайтҡа инеп, банк картаһынан әйтелгән хаҡты түләй. Ә унда килешелгән хаҡты ғына түгел, карталағы бөтә аҡсаһын һыпырып алалар – 10 мең һум тирәһе.
Егерме йылдан -ялға
Ә кемдер үҙендә ошондай мут бәндәләрҙән халыҡты һаҡларлыҡ дәрт –дарман тоя икән, түбәндәге иғланға иғтибар итегеҙ.
БР буйынса эске эштәр министлығының Баш тәфтиш идаралығы тәфтишсе вазифаһына кандидаттар ҡабул итә, тип хәбәр ителде.
Талаптар: 39 йәшкә тиклем, юғары юридик белемгә эйә,хөкөм ителмәгән, һаулыҡтары хеҙмәт итергә ирек биргән РФ граждандары саҡырыла. Ир-ат өсөн РФ Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт үтеүҙәре лә шарт итеп ҡуйыла.
Эш хаҡы 34 мең һум һәм унан күберәк булыуҙан тыш, байтаҡ социаль гарантиялар ҙа ҡаралған. Шул иҫәптән төп отпуск – 40 һәм унан да күберәк көн, йылына бер тапҡыр бер ғаилә ағзаһы менән ял итеү урынына бушлай барыу, 10 йыл хеҙмәт иткәс торлаҡ алыу йә төҙөү өсөн бер тапҡыр башҡарылған социаль түләү, торлаҡ яллаған өсөн компенсация, ғүмер һәм сәлмәтлекте страховкалау, бушлай ведомство учреждениеларының медицина һәм санаторий-курорт хеҙмәтләндереүе һәм башҡа.
Белешмәләрҙе эш көндәрендә, 9.00-18.00 сәғәттәрҙә 8 (347) 279-47-83, 8 (347) 279-42-21 телефондары аша алырға мөмкин.
Уйлағыҙ, егерме йыл хеҙмәт иткәндән һуң пенсияға сыға алыу мөмкинлеге үҙе генә ни тора!
Булат ЯХИН