

Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесеТәлғәт Тажетдин , Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон әфәнде менән берлектә ғибәҙәт ҡылыуҙарҙа сикләүҙәр тураһында иғлан итте.
Дини уҡыуҙар ойошторғанда кешеләрҙе бергә күп йымау, башлыса дистанцион алымдарҙы ҡулланыу кәңәш ителә. Ғибәҙәтханаларҙа дезинфекция өсөн шарттар булдырыу, килгәндәрҙең температураларын үлсәү, сырхап торғандарҙы медучреждениеларға йүнәлтеү, социаль дистанцияны күҙәтеү, бинаны даими елләтеү һәм йыуыу, башҡа санитар талаптар йөкмәтелә.
.Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур хәҙрәт Бирғәлин да, мосолман саҡ ҡына сырхай, йә ғаиләһендә кемдер ауырый, йә сирләгәндәр менән аралашҡан икән, мәсеткә бөтөнләй килмәй торорға өндәне. Үҙенең генә түгел, бәтә мәхәлләнең сәлмәтлеген күрәләтә ҡурҡыныс аҫтына ҡуясаҡ бит!
Мәхтәрәм яҡташыбыҙ Айнур Азамат улы Рамаҙан айына алдан әҙерләнә башларға, изге дәүергә һау-сәләмәт инергә саҡырҙы – был осраҡта ғына шартына килтереп ураҙа тоторға мөмкин буласаҡ бит.
....Кемдер, быйыл Рамаҙан айы 2 апрель генә башланасаҡ, был хаҡта һүҙ иртәрәк сығарылмаймы, тип тә аптырар. Хикмәт бар икән шул, йәмәғәт! Был хаҡта беҙгә Зәйнулла ишан мәсетенең имамы Риф хәҙрәт Мөхәмәтов бәйән итте.
-Эйе, әле барған Рәжәб — һижри иҫәп менән йылдың етенсе айы. Әммә ураҙа тотоу өсөн тап әле әҙерләнә башлау хәйерле. Һынауҙы уңышлы үтеү өсөн тән һаулығы талап ителә, кемгә ашау-эсеүҙән тыйылып тороу зарар килтерә, был ғәмәлде башҡарыу тыйыла. Әммә физик сәләмәтлек кенә күҙ уңында тотолмай! Рух та әҙерлек талап итә. Ябай аҡыл менән генә уйлағанда ла, әһә, иртәгә Рамаҙан айы башлана, тимәк, мин суфыйҙан-суфый хаҡ мосолманға әйләнәм, тип эш итеү етди ниәт түгел бит ул. Әленән үк холоҡтоң, йәшәйештең кире һыҙаттарынан ҡотола башлар кәрәк.
- Хәҙрәт, ғәфү итегеҙ, һүҙегеҙҙе бүләм – яҡташтарыбыҙға ниндәй ғонаһлы ҡылмыштар нығыраҡ хас тип уйлайһығыҙ?
-Мин уйлауса -ғәйбәт һөйләү, эскеселек, вайымһыҙлыҡ. “Ғәйбәт өсөн түгел, ғибрәт өсөн!” –тип алдан әйтеп алыуҙан ғына, ғәйбәт ғәйбәт булыуҙан туҡтамаҫ. Икеһен айырыр өсөн бер генә ышаныслы алым барҙыр: үҙең турала һинең артыңда нисек һөйләүҙәрен теләмәйһең, ҡалғандар тураһында ла был рәүештә булышма. Әлбиттә, хәмер – ауыр ғонаһ, әммә мин ( йә кемдер икенсе) – алкоголик, тип ҡул һелтәп кенә ҡуйырға һис тә ярамай. Әҙәм балаһына һуңғы һулыш алғансы тәүбәгә килеү мөмкинлеген Аллаһы Тәғәлә үҙе бүләк иткән! Һәр кем юлдан яҙыуы, һуңынан хаҡ юлға баҫыуы мөмкин. Әйткәндәй, кеше үҙенең ғонаһһыҙлығына тамам ышана икән, иманы тулы түгел уның! Беләһегеҙме, хатта, танылған муллаларҙың иң ҡурҡҡаны – Аллаһы Тәғәлә имандан яҙҙырыу мөмкинлеге. Ә вайымһыҙлыҡ – заман һыҙатылыр инде, үҙем, ғаиләм иҫән-һау булһа, башҡаларҙа ни эшем бар, тип йәшәүселәр күбәйә генә бара.
-Тап әлеге мәлдең хикмәте тураһында ла әйтә башлағайнығыҙ, зинһар, дауам итегеҙ.
-Эйе, тап әлеге ваҡытта хаҡ мосолман булырға нығыраҡ көс һалыу кәрәклегенә иманым камил. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм әйткән: «Рәжәб – Аллаһ Тәғәлә айы, Шәғбан — минеке, Рамаҙан -өммәтемдең айы». Быны нисек аңларға? Рәжәб – йылдың 4 харам, тыйылған айҙары исемлегендә. Борон-борондан һуғыштар алып барыу, ғонаһ ҡылыу, кәрәкмәгәндә һунар итеү айырыуса тыйылған. Әгәр ҙә кем дә булһа берәү Шәғбан айында ураҙа тотһа, ул кешегә Аллаһы Тәғәлә йәннәттән урын бирер, тиелә. Шуны ла иҫтә тотор кәрәк: был айҙа барлыҡ изге эштәр өсөн әжер күберәк, әммә был айҙа ҡылынған гонаһтар өсөн дә язаһы артырға мөмкин.Шәғбән айының 15-енә ҡараған төнө Бәраәт кисе тип атала. Был кистә мәрхүмдәрҙең гонаһтарын ярлыҡауҙы һорап, ихлас күңелдән доғалар уҡыла.
Рәжәб айында Пәйғәмбәребеҙҙең атай-әсәһе ҡауышҡан. Айҙың 27-се кисәһендә Пәйғәмбәребеҙ күккә ашҡан, Аллаһ Тәғәлә менән осрашҡан. Беҙгә был көндө биш ваҡыт намаҙ фарыз булған. Был айҙа динебеҙ тарихына бәйле әһәмиәтле ваҡиғалар күп.
Ә сират буйынса икенсе ай тураһында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм, шулай тигән: «Рәжәб айы менән Рамаҙан айы араһындағы Шәғбан айының фазыйләтенән кешеләр ғафил (йәғни шәғбан айының әһәмиәтен белмәй). Шәғбан айының ун бишенсе кисендә бәндәләрҙең бөтәһенең дә ғәмәлдәре Аллаһҡа мәғлүм ителә.
Шунлыҡтан шәғбан айында ураҙа тотоп, шул ураҙам менән бергә бүтән ғәмәлдәремдең баһаһы артыр, ин шәәъ Аллаһ, шуға күрә лә шәғбән айында ураҙа тотасаҡмын, ин шәәъ Аллаһ».
Әгәр кеше ошо айҙа (шәғбанда) бер көн генә булһа ла ураҙа тотһа, Аллаһ Тәғәлә ул кешенең тәненә тамуҡ утын тейҙертмәҫ, ти
Әгәр кеше шәғбан айының бөтә көндәрендә лә ураҙа тотһа, уға ожмах важиб булыр. Ундай бәндә үлем иҫереклеген татымаҫ, ҡәбер ҡараңғылығын да күрмәҫ һәм Мөнкир менән Нәкир (үлгәндәрҙән һорау ала торған фәрештәләр) ҡурҡыуын күрмәҫ.
Шуға ла Шәғбән менән Рәжәб айҙары Рамаҙан айына әҙерлегебеҙ ҙә булып тора.
Шулай иттереп, беҙ күңелебеҙҙе сафлап, Аллаһ Тәғәлә тарафынан һиҙәйәт өсөн, тура юлға күнер өсөн, беҙгә бүләк итеп яҙылған изге айына әҙерләнә башлайбыҙ. Был осорҙа тәүбәгә килеү бик сауаплы. «Әстәғфируллааһ»ны йыш әйтергә, гонаһтарыбыҙға тәүбә ҡылырға кәрәк. Берәү, гонаһын иҫкә төшөрөп, тәүбә ҡылһа, үкенһә, яңынан был гонаһтарҙы ҡабатламаһа, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм әйтеүенсә, уның бындай гонаһы кисерелгән тип һанала.. "Гонаһтарығыҙҙың бөтәһенән дә тәүбәгә килегеҙ, истиғфәр итегеҙ. Рамаҙан айына гонаһтарығыҙҙан пакланып инегеҙ!», — тигән пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм .
Әле — Аллаһтың рәхмәт айҙары, ғәмәлдәребеҙҙең ҡабул ителә торған айҙары. Был изге айҙарҙа әжер-сауап 100 мәртәбә артығыраҡ булыр.
Был айҙарҙа, саҙаҡа биреп, йәтимдәрҙе, меҫкендәрҙе, ауырыуҙарҙы һөйөндөреү ҙә бик сауаплы. Үҙ ғаиләңдәгеләрҙең, таныштарыңдың, дуҫтарыңдың да күңелен күрергә, уларға бүләктәр, саҙаҡалар бирергә кәрәк. Хәлдәрен белеп, уларҙы һөйөндөрөү, әлбиттә — бик тә сауаплы ғәмәл.
Рәжәб, Шәғбан, Рамаҙан айҙарында Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында саф булып, пак булып, гонаһтарыбыҙҙан арынып, изге ғәмәлдәребеҙ менән балҡып ҡалайыҡ!
-Хәҙрәт, пандемияны бер нисек тә урап үтеп булмаҫ инде. Зәйнулла ишан мәсетендә сикләүҙәр күҙәтеләме? Йыш ишетергә тура килә – йәнәһе лә, Хоҙай мине үҙе һаҡлаһын, тиҙәр ҙә, вакцина уколы ҡуйҙыртмайҙар, сирлеләр менән кәркмәгәндә аралаша бәғзе яҡташтарыбыҙ.
-Минең фекергә, был иман түгел, был – ҡәҙимге еңмешлек! Аллаһы Тәғәләгә көсләшеп шарт, талап ҡуйған һымаҡ, әстәғәфируллаһ! Кеше алдына ниндәйҙер һынауҙар ҡуйыла икән, уларҙы үтеү юлдары ла, дин ҡәрҙәштәре аша аҡыллы кәңәштәр ҙә, көс тә бирелә торған. Мәсетебеҙҙә бөтә талаптарҙы үтәргә тырышабыҙ, 60 йәштән ололарҙы әлегә бөтөнләй килмәй торорға өгөтләйбеҙ. Әлбиттә, бер кемде лә кире ҡыуа алмайбыҙ, әммә, ҡабатлап әйтәм, иман менән еңмешлекте бутамайыҡ!
-Аллаһы Тәғәлә бирсәткә менән әппәр итеүҙе, битлек аша әйтелгән доғаны, мәсеттә түгел, өйҙә ҡылынған ғибәҙәттәрҙе лә ҡабул итә, тигән фекерҙәһегеҙ инде?
-Әлбиттә! Әйтелгән һүҙҙәрҙе генә түгел, һәр кемебеҙҙең йөрәгендә ни ятҡанын үҙебеҙҙән яҡшыраҡ белә бит Ул, әлхәмдүлилләһ!