Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
18 Февраль 2022, 08:43

Эттәр көйҙөртөлә

Юғиһә, маһмайҙар сикһеҙ үрсей

Эттәр көйҙөртөләЭттәр көйҙөртөлә
Эттәр көйҙөртөлә

Учалы районында 2022 йылдың 1 ғинуарына 3 331 баш эт, 3 875 баш бесәй иҫәпләнде. Бынан тыш иҫәпкә алынмаған хужаһыҙ эттәр байтаҡ.

1 февраль  муниципаль район хакимиәте һәм  Ғарипов Р.М. крәҫтиән-фермер хужалығы араһында килешеү төҙөлдө – эйәһеҙ эттәр тотолоп түлһеҙләндереү (стерилизация) башҡарыласаҡ.  Түлһеҙләндереү операцияларын Учалы ветеринар станцияһы үткәрә. Ошо ыңғайҙа  эттәр гельминттарға (парзит селәүсендәр) ҡаршы эшкәртелә, ҡотороуға ҡаршы вакцина ҡуйыла  һәм биркалар беркетеләсәк.

Эйәләре булған эт-бесәйҙәрҙе түлһеҙләндереү буйынса ла ветеринар станция  льготалы хеҙмәтләндереү айлығы иғлан итте. Бындай эт-бесәй хужалары  бергә йыйылып хәбәр итәләр икән, ветстанция белгестәре ауыл ултыраҡтарындағы ветучасткаларға килеп хеҙмәтләндерәсәктәр, ти. Һорауҙар булһа, белешмә алыу өсөн телефондар  - 6-12-56, 6-12-16.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас