

66 йәшлек Учалы кешеһе йорто янындағы ихатала торғанда, янына таныш булмаған бәндә килә лә, ашығыс шылтыратырға кәрәк ине, телефон бир әле, тип инәлә. Ир ни, ярҙамсыл булғандыр инде, был әтрәғәләмде эйәртеп фатирына күтәрелә, телефон тоттора. Теге әҙәм, ҡулына телефон эләгеү менән сығып ҡаса. Енәйәт ҡорбаны шундуҡ полицияға мөрәжәғәт иткәс, бурҙы йәһәт тоттолар. Быға тиклем дә ҡат-ҡат хөкөм ителгән 49 йәшлек граждан. Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Үҙе әйтеүенсә, телефонды ломбардға тапшырып аҡса алырға ниәтләнгән, тиҙ тотолғас, ҡара маҡсатына ирешеп өлгөрмәй.
Фото - БР буйынса эске эштәр министрлығынан