

Рибасылар өсөн генә йән рәхәте. Рәсәй халҡы былтыр яңы 35,7 миллион кредит юллаған ( 2020 йыл менән сағыштырғанда 70 процентҡа күберәк), аҡсалата күләм -472 миллиард 500 миллион һум ( үҫеш 77 процент). Дөйөм бурыс 24 триллион һумды ашаҡлаған, ти! Иң шомло билдә – яңы кредиттарҙың сама менән яртыһы элекке бурыстарҙы түләү өсөн юллана, йәғни, кешеләр бурыс һаҙына нығыраҡ бата бара. Интернет аша ғына алынған кредиттар бер йыл эсендә 3 тапҡыр артҡан, оҙаҡ юллап йөрөргә кәрәкмәгәс, кеше йүнләп уйлап та өлгөрмәйҙер. Юрғанға ҡарап аяҡ һуҙырға өйрәнәйек, йәмәғәт, күпме банктарҙы һимертергә мөмкин.....
Беҙҙә, кеше эшлекле һәм белемле икән, яуаплы вазифаға ҡуйғанда енесенә ҡарап тормайҙар. Толерантлыҡтың аръяғына сыҡҡан Көнбайышта вазифаға ҡатын булғаны өсөн генә тәғәйенләйҙәрме икән әллә? Бына, Бөйөк Британияның сит ил эштәре министры Элизабет Мэри Трасс коллегаһы Сергей Лавров менән һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн Рәсәйгә килә. Украина тураһында даулашҡан ханым, Ростов һәм Воронеж өлкәләре РФ составында икәнлеген дә белмәүе асыҡлана! Тулҡынланып яңылыш әйткән тиерлек түгел, “Бөйөк Британия Рәсәйҙең был төбәктәрҙә суверенитетын бер ҡасан да танымаясаҡ!”- тип ярһый. Күрәһең, уның өсөн, Луганск, Донбасс, Ростов, Воронеж – барыһы ла бер ҡалып. Тап ошо хаҡта бәхәсләшергә килгән министрға башта картаға күҙ һалыу бер ҙә ҡамасауламаҫ ине! Олоғайып яңылыша башлаған АҠШ президентынан айырмалы, сағыштырмаса йәш бит әле -1975 йыл тыуған. Заманында Сауҙа, Ауыл хужалығы, Юстиция министрлыҡтарын етәкләгән, былтырҙан – ошо вазифала. Ҡыҙ саҡтан тик сәйәси карьера менән мауығып, мәктәптә география уҡырға ваҡыты ҡалмағандыр инде!
Һамар өлкәһендә РФ Эске эштәр министры урынбаҫарының улы Денис Зубов ФСБ офицерына 18 миллион һум ришәүәт бирергә маташҡанда тотолдо, ҡулға алынды, тип хәбәр ителде. Эшҡыуарлыҡ, шул иҫәптән нефть сауҙаһы менән шөғөлләнгән кеше. Атаһы улының нимә менән булышыуын күрмәгән дә, белмәгән дә булғанмы икән? 1973 йылдан милицияла-полицияла хеҙмәт итеп тә, танау аҫтында ни ҡылғандарын абайламауы бик тә сәйер.
Ниҙер булды был донъяға! Малдың малы балаһын хәстәрләргә, ҡурҡыныстарҙан араларға ынтыла. Һарытау өлкәһенең бер ауылында ҡатын шәрәмәте сатлама һыуыҡта 5 йәшлек ҡыҙын, 8 йәшлек улын өҫ кейемһеҙ соҡорға ырғытып киткән. Айҙан ашыу көрәшә торғас ҡыҙыҡайҙы табиптар ҡотҡара алды, ә малай хәҙер ожмахталыр инде.... Йәнә бер йән өшөткөс вағиға. Белово ҡалаһында (Кемерово өлкәһе) инсульт һуҡҡан ир яңғыҙы йәшәй. Утын алырға ла аҡсаһы юҡлыҡтан, үҙ өйө эсендә бармаҡтары туңа, ҡырҡып ташлайҙар. Ҡайтарылғас та, социаль хеҙмәткәрҙәр килтертергә вәғәҙә иткән күмерҙе көтөп ала алмай –йорто эсендә туңып үлгән. Социаль хеҙмәткәрҙәрҙе лә ғәйепләргә ашыҡмайыҡ– күпме аҡса бирелә, ниндәй инструкция тотторалар, шул сиктәрҙә генә эш итә алалар инде. Кузбаста ай һайын 20-ләп миллион тонна күмер сығарыла, исмаһам, берәй центнеры был бахырға етмәгән! Кешенең эт ҡәҙере лә юҡ хәҙер, маһмайҙарҙы өсөн приюттар төҙөлмәһә лә, был хаҡта күп һөйләнәлә.
Екатеринбург ҡалаһы зоопаркы “Яңы мөнәсәбәттәр өсөн ирек ал” тип аталған сәйер акцияға тотондо. Теләгән кеше 350 һумға бер баш тараҡан һатып ала, зоопарк хеҙмәткәрҙәре бөжәкте заявкала күрһәтелгән кеше исеме менән атайҙар һәм йыртҡыс йәнлектәргә, балыҡтарға тереләй ашаталар.... Был ҡылмышҡа килеп һоҡланырға йә интернет аша күҙәтергә мөмкин, һуңынан акцияла ҡатнашыу тураһында сертификат тотторола, ти. Айырылышҡан ир менән ҡатындарға, йәрҙәре ташлаған ҡыҙ-егеттәргә тәғәйен. Йәнәһе лә, исмаһам, ошо рәүештә үс алып, күңелдәрен бушатасаҡтар. Яңы бизнес йәйелеүе лә ихтимал, күреп торабыҙ бит – кешеләр айырылышып та, ташлаша алмай, ташлашып та, тамам айырылыша алмайҙар, тамам йәмһеҙләнеп-тәмһеҙләнеп бөтәләр. Хәләл ефетең ҡәҙерле икән - талашма, ташлашма, айырылаң икән –онот та ҡуй.
9 февралдә иртән Белорет районы Егәҙе ауылы янындағы ер тетрәгән, сейсмологтар тупраҡтың 2,5 балл тирбәлеү көсөн теркәгән тигән хәбәр таралды.«Башинформ» агентлығы Белорет районының Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте етәксеһе Антон Локоцковҡа мөрәжәғәт итә. Уның һүҙҙәренсә, урындағы халыҡтан бер ниндәй ҙә ялыу, ер тетрәү тураһында мәғлүмәт юҡ.