

Тыуған ауылым минең - Ҡолош, тип айырыуса бер ғорурлыҡ менән әйтәм һәр саҡ. Ауылымдың ҡарурман төпкөлөндә икәнен белеүселәр аптырап та ҡуя. Урман менән ҡапланған ҡаялы тауҙар итәгенә һыйынып ҡына, йомшаҡ һыулы Шәгәр йырын тыңлап, ситкә таралған балаларын үҙенә саҡырып ятыусы тыуған ауылым бигерәк ғәзиз шул! Шул ауылды йәмләп, тирә-яҡҡа данын таратыусы ауылдаштарым бихисап: һәр эштә ихлас ҡатнашып йөрөгән ауыл аҡһаҡалы Зәит бауай, әллә күпме чемпиондар тәрбиәләүсе тренер Фәһим ағай, бик күптәрҙең тәүге уҡытыусыһы Тәслимә Шакирйән ҡыҙы, һәр бер сараларҙың алыштырмаҫ ойоштороусыһы Нурия Вәрис ҡыҙы, әүҙем Гөлшат еңгәм, теле бай, күңеле нескә шағир атайым, уның юлын дауам итеүсе Ғәзимә апайым һәм ҙур сара - "Айыҡ ауыл" байгеһенда ҡатнашыуҙы ойоштороп йөрөүсе клуб хеҙмәткәрҙәре! Һанай башланым да аптырап ҡалдым: берәйһен телгә алмай, үпкәләтеп ҡуймайым, тип... Сөнки ауылымдың бик күп кешеләре һоҡланғыс, ябай һәм эскерһеҙ. Әммә бөгөн һүҙем айырым бер ғаилә тураһында. Сафиуллин Хәҙис Ғибаҙулла улы үҙенең бәләкәй өйөндә ҡомартҡылар йыйнап, музей асҡас, ауылым даны тағы ла киңерәк таралды. 22 февраль көнө 3-сө лицейҙың 9-сы синыф уҡыусылары менән ошо музейҙа булғас, улар "Был иң шәп музей! Бында тарих менән анҡый", -тинеләр. Ә бит беҙ улар менән бик күп музейҙарҙа, хата, Эрмитаждың үҙендә булдыҡ. Ә Хәҙис ағай музейындағы ябайлыҡ, байлыҡ һәм шул әйберҙәрҙе тотоп ҡарау мөмкинселеге уларҙы әсир итте. Ә инде алсаҡ йөҙлө Фәнжиә еңгә сәйгә саҡырғас, балаларҙың аптырауҙары йөҙҙәренә сыҡты: "Нисек инде, бөтәбеҙҙәме, ни?" Ә беҙ 21 кеше инек! Әммә беҙҙең ай-вайыбыҙға ҡарамай, өйгә саҡырҙылар йомарт хужалар. Хан һыйҙары менән тулған ике өҫтәлде күргәс, балаларҙың аптырауы арта ғына төштө, сөнки бөгөнгө көндә ят кешеләрҙе былай ғына бушҡа һыйлау улар өсөн башҡа һыймаҫ хәл ине...Ә мин ағай менән еңгәнең һәр бер килгән кешеләрҙе ( ә музейға килеүселәр бик күп) сәйһеҙ, йылы ашһыҙ ебәрмәүҙәрен белһәм дә, аптыраным. Ҡиммәтселеккә, ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанған заманда ҡайҙан килә был тиклем йомартлыҡ, киң күңеллелек? Бына ошондай иҫ китмәле кешеләр йәшәй минең ауылымда! Һүҙемде тамамлап, Хәҙис ағай менән Фәнжиә еңгәгә ихлас рәхмәтебеҙҙе еткереп, ныҡлы һаулыҡ менән уңышлы ғүмер теләп ҡалабыҙ. Яратҡан эшегеҙҙе дауам итеп, артабан да Ҡолош ауылының изге данын тирә яҡҡа таратығыҙ!
Мәрүәрә Пирғәлина, Учалы ҡалаһы