Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
24 Февраль 2022, 03:50

Урал аръяғы райондарында фестиваль үтәсәк

Халыҡ дауалаусылары фестивале уҙа

Урал аръяғы райондарында фестиваль үтәсәкУрал аръяғы райондарында фестиваль үтәсәк
Урал аръяғы райондарында фестиваль үтәсәк

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ҡарамағында өс йыл инде Халыҡ дауалаусылары мәктәбе уңышлы эшләп килә. Уны ойошма рәйесенең беренсе урынбаҫары Гөлфинә Юламанова етәкләй.

«Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында ойошма етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы депутаты Гөлнур Ҡолһарина май-июнь айҙарында Урал аръяғы райондарының береһендә Халыҡ дауалаусылары фестивале уҙғарыласағын әйтте.

«Был беҙҙең традициялар, беҙҙең мәҙәниәт. Халыҡ имселәре төрлө хәлдәрҙә ярҙам ҡулы һуҙа. Үлән менән дауалағандар,ҡот ҡойоу, таш һалыу, һылау, һөлөк һалыу менән шөғөлләнгәндәр бар. Шунда уҡ оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ. Табиптарҙы, психологтарҙы саҡырабыҙ, тәжрибә алмашыу өсөн Алтай шамандары менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Йәштәрҙе йәлеп итергә йыйынабыҙ. Беҙҙең халыҡта имселәр байтаҡ. Үҫеп килгән быуын өсөн ошо традицияларҙы һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ», — тине Гөлнур Ҡолһарина.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-02-22/obschestvo-bashkirskih-zhenschin-provedet-festival-narodnyh-tseliteley-2702920

Автор:Алия Даутова
Читайте нас