Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
26 Февраль 2022, 15:15

Беҙҙең банктарға ҡаршы санкциялар индерҙеләр

Рәсәй банктарына ҡаршы санкциялар индерелде

Беҙҙең банктарға ҡаршы санкциялар индерҙеләрБеҙҙең банктарға ҡаршы санкциялар индерҙеләр
Беҙҙең банктарға ҡаршы санкциялар индерҙеләр

САНКЦИЯЛАР

АҠШ 11 юридик шәхескә, шул иҫәптән Һаҡлыҡ банкы, Газпромбанк һәм ВТБ-ға ҡаршы санкциялар индерҙе. РИА Новости агентлығы Американың Финанс министрлығына һылтанып хәбәр итеүенсә, АҠШ-тың бөтә финанс институттарына 30 көн дауамында санкцияға эләккән Һаҡлыҡ банкының корреспондент иҫәптәрен ябырға ҡушылды. Шулай уҡ «Открытие» банкына, Новикомбанкка һәм Совкомбанкка ҡаршы санкциялар индерелә.

 

«Ошо өс финанс институты Рәсәй иҡтисадында әһәмиәтле роль уйнай, 80 миллиард долларлыҡ дөйөм активты контролдә тота», — тиелә ведомствоның рәсми матбуғат релизында.

РӘСӘЙ ХӨКҮМӘТЕ ПОЗИЦИЯҺЫ

Рәсәй Хөкүмәте мәғлүмәте буйынса, әлеге көндә илдең санкциялар һәм тышҡы янауҙар шарттарында финанс системаһының тотороҡлоғон тәьмин итеү өсөн етерлек финанс ресурстары бар.

«Рәсәй Хөкүмәтендә финанс баҙарҙарын һәм айырым компанияларҙы санкцияларҙан һәм башҡа хәүефтәрҙән һаҡлау саралары буйынса аныҡ пландар төҙөлдө. Ошо эш барышында санкциялар индереү эҙемтәләрен имитациялау моделләштереүе (стресс-тестар) үткәрелде. Уның йомғаҡтары буйынса аныҡ эш пландары әҙерләнде. Финанс баҙары һәм ҙур компаниялар уларҙы тормошҡа ашырырға тулыһынса әҙер», — тиелә рәсми матбуғат релизында.
Автор:"Башинформ"
 
Фото: kartalinka.ru
Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас