

Эремсекле бәрәмәс бешерер өсөн башта ҡамыр әҙерләр кәрәк. Бының өсөн бер йомортҡа, 2 аш ҡалағы шәкәр, ярты ҡап ванилле шәкәр, бер семтем тоҙ, 250 мл һөт, 500-550 грамм он, 1 аш ҡалағы ҡоро әсетке, 80 грамм аҡ май алына.
Эслек өсөн 500 грамм эремсек, 2-3 аш ҡалағы шәкәр, 1 йомортҡа, ярты ҡап ванилле шәкәр кәрәк була.
Бәрәмәстең өҫтөн һылау өсөн 1 йомортҡаға 1 аш ҡалағы һөт ҡойоп туҡыр кәрәк.
Башта йомортҡаны шәкәр, ванилле шәкәр һәм тоҙ менән туҡып алабыҙ. Унан йылы һөт ҡойоп болғатабыҙ. Ондо ҡоро сүпрә менән бутайбыҙ һәм өҫтөнә әҙ-әҙләп алдан әҙерләгән иҙмәне ҡоябыҙ һәм яҡшылап ҡамыр баҫабыҙ. Аҙаҡ иретелгән аҡ май менән ҡамырҙы тысҡыйбыҙ. Йомшаҡ ҡына ҡамырҙың өҫтөн ҡаплап, ҡабарып сыҡҡанын көтәбеҙ.
Был ваҡытта эремсекте йомортҡа, шәкәр һәм ванилле шәкәр менән болғатабыҙ.
Ҡамырҙы баҫҡылап алабыҙ ҙа, ҙур булмаған шарҙар әүәләйбеҙ һәм әҙер майлы формаға теҙәбеҙ. Уның бер аҙ күтәрелгәнен көтәбеҙ.
20 минут тирәһе үткәндән һуң "шарҙарҙың" уртаһын баҫып соҡор яһайбыҙ һәм эремсек ҡатнашмаһын һалып сығабыҙ. Өҫтөнә һөтлө йомортҡа иҙмәһен һөрткәндән һуң йәнә 10 минут тирәһе көтәбеҙ. 190 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған духовкала 25 минутҡа яҡын ваҡыт эсендә бешереп алабыҙ.