+24 °С
Ямғыр


Был салатты әҙерләү өсөн тауыҡтың түш ите (2 шт), 3 маринадланған ҡыяр, 200 гр корейса кишер, 200 гр сыр, 2 теш һарымһаҡ, майонез, йәшелсә кәрәк була.
Тауыҡ итен тоҙло һыуҙа бешереп алабыҙ ҙа, һалмалап турайбыҙ. Ҡыяр менән кишерҙе лә шулай уҡ һалмалап турайбыҙ. Сырҙы эре ҡырғыстан, һарымһаҡты пресс аша үткәрәбеҙ. Хәҙер инде булған ингридиенттарҙы бергә һалып болғатабыҙ ҙа майонез ҡушабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ мул булһын!