Борис Хәйретдинов
ҮГӘЙ ҠЫҘ
Советтар заманы ине әле.
Урал аръяғы ауылдарының береһендә тыуып-үҫеп шунда ғүмер иткән Салауаттың тормошо арыуыҡ ваҡыт һәүетемсә һәм һикәлтәһеҙ генә барҙы. Ата-әсәһе гүр эйәһе булғас, бер туған ағаһы уны, 16 йәшлек үҫмерҙе, үҙ ғаиләһенә алды, шофер һөнәренә уҡытты. Армияға барып ҡайтҡас та ул совхоздың ЗИС-5 маркалы йөк ташыу машинаһына ултырып эш башланы. Шул арҡала ярты ғүмере юлда, ҡырҙа үтте. Йәш һәм ғаиләһеҙ егетте етәкселәр ҡырғараҡ, оҙайлыраҡ командировкаға ебәрергә тырышты. Салауат бер ҙә ҡарышмайынса үҙ эшен башҡарыуҙы дауам итте. Бына шулай эшләп йөрөй торғас, утыҙ йәше лә тулып үтте. Нисектер ғаилә ҡорорға форсаты теймәне, ул турала уйлап та бирмәне, бәлки, гел генә юлда йөрөү бәкәлгә һуҡҡандыр. Юлда булмаған саҡтарҙа ағаһы ғаиләһендә йәшәүен дауам итте. Ағаһы Шаймырҙан да, еңгәһе лә йәш кешене ситкә типмәнеләр. Уларҙың нишләптер үҙ балалары булманы, шулай ҙа ғаиләләре тарҡалманы, матур һәм тыныс йәшәнеләр, өсәүләшеп көн күреүҙе дауам иттеләр. Еңгәһе Бибинисаның:
- Ҡәйнеш! Улайтып һаман оҙаҡлап йөрөмә инде, өйлән! Атыу шул көйө ҡартайһаң ҡараусыһыҙ ҡалып ҡуйыуың бар, – тип әйткән саҡтары бихисап булды, ләкин Салауат өндәшмәй генә ҡулын һелтәр ине. Нимә тип әйтһен инде ул еңгәһенә: дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Уның уйынса өйләнер алдынан тәүҙә йорт һалып инергә кәрәк, шунан һуң артабан тормош ҡороуҙы яйларға була. Ә инде ураған һайын ҡырға сығып китәһең икән, шунда тапҡан аҡсаңды тотоноп бөтәһең икән нисек итеп өй һалыуҙы тормошҡа ашырып булһын! Тағы танышыр өсөн даими өйҙә булыу фарыз, ил буйынса “осоп” йөрөгән осорҙа кем менән, нисек итеп танышып, һөйләшеп өлөрәһең инде. Икенсе яҡтан тиҫтер ҡыҙҙар әллә ҡасан уҡ кейәүгә сығып, тормош ҡороп йәшәп яталар, ә йәшерәктәренә ул бабай.
Эйе, шоферҙың тапҡан-таянғаны ла командировка ваҡытында ашап-эсеүҙән үтмәй, сөнки юлдағы магазиндарҙа аҙыҡ-түлек тә, ҡунаҡханаға түләү ҙә ҡиммәт булыуҙары арҡаһында булған аҡсаң тиҙ “иреп” бөтә. Ҡалғаны ярты-йорто кейенеүгә, ғаиләгә бүлеүгә саҡ-саҡ етеп ҡуя.
Ул йөрөткән машина Зис-5-те, халыҡ нишләптер “Захар” тип атап йөрөттө, өс тонна йөктө еңел күтәрә ине ул. Был ябай ғына булған, бер өлөшө фанеранан һәм таҡтанан торған йөк машинаһын Салауат бик яратты, сөнки ул иҫке булһа ла ныҡ машина, ремонтһыҙ әллә күпме саҡрымдарҙы үтеп өлгөрә. Ул яҡшы белә: “Захар” Бөйөк Ватан һуғышында иң кәрәкле йөк машинаһы булған, уның менән йөк кенә түгел, ә һалдаттарҙы ла тейәп алып, кәрәкле урынға еткергәндәр...
Бер көндө уны, Салауатты, совхоз директоры саҡыртып алды һәм шунда уҡ һүҙ башланы:
- Ғайсин ҡустым! Юлға әҙерлән! Мәскәүгә барып етеп, Лихачев исемендәге заводтан ЗИС-130 исемле йөк машинаһын алып ҡайтырға кәрәк. Машинаны тура заводынан һатып алһаң, осһоҙораҡҡа төшә, шуға ла сыҡҡан урынынан алыу тик файҙаға ғына булыр. Документтар әҙер, етерлек аҡса ал! Бензингә генә арыуыҡ аҡса кәрәк булыр, тағы ашап-эсеүгә, ҡунаҡханаға... Өфөгә тиклем һәм артабан да самолетта осорһоң, шулай уңайлы һәм тиҙерәк булыр. Кәйефтәрең нисек? Иртәгә сығып китергә әҙерһеңме?
- Әҙермен, - тип яуап бирҙе Салауат, - тик мин Мәскәү аэропортына барып төшкәс, нисек заводты табырмын икән?
- Бәй! Эҙләп йөрөү кәрәкмәй. Самолеттан төшкән ыңғайы такси тотаһың да ултыраһың, адресыңды әйтәһең. “Һә” тигәнсә барып етерһең!
Ысынлап та юл хәүефле лә мәшәҡәтле лә булманы. Документтарҙы тапшырғас та оҙаҡлатмай машинаны сығарып тотторҙолар. Ҡала эсендәге ҡайтыр юлды белмәйем бит әле тигәс, шунда йөрөгән берәү кабинаға инеп ултырып, Мәскәүҙе сыҡҡансы юлды өйрәтеп барҙы, һораған әжерен бирҙе Салауат, ҡайһылай итәһең, башҡаса булмай бит инде.
Ә был техника шәп машина булып сыҡты, гөрөлдәп тигеҙ генә эшләй, кабинаға өс кеше иркенләп ултырып бара ала, 150 ат көсөнә эйә булған был машина дизайн яғынан да артта ҡалмаған икән. Бер һүҙ менән әйткәндә, көслө һәм матур машина.
Ҡайтыр юл да тыныс булды, тик Рязань ҡалаһын үтеп киткәс тә нишләптер гаишник туҡтатты, яңы машинаның документтарын ҡарап сыҡты, шунан русса һорау бирҙе:
- Ҡайҙа тиклем бараһығыҙ?
- Сибай ҡалаһына тиклем.
Гаишник география өлкәһендә белемһеҙерәк булып сыҡты, шикелле. Аталған ҡаланың ҡайһы тирәлә булыуын белергә теләп:
- Сибай эргәһендә тағы ниндәй ҡала бар? – тип һораны.
- Баймаҡ, - тип ҡыҫҡа ғына итеп яуап бирҙе Салауат.
- Баймаҡ эргәһендә тағы ниндәй биләмәләр бар һуң?
- Аҡморон, Аҡтау, Ҡуянтау..., тип һанай башлағайны ул, гаишник тыңлап бөтмәйенсә “китергә рөхсәт” тигән ишара яһаны, сөнки ул бындай биләмәләрҙе бер ҙә ишеткәне булмағандыр, күрәһең. Артабан ҡайтып еткәнсе берәү ҙә уны туҡтатманы.
Бына шулай итеп Салауат яңы машинаның шоферы булып китте, йөк ташыу планын арттырып үтәү ғәҙәти хәлгә әйләнде.
Көндәрҙең береһендә райүҙәктән совхозға барған юлда ҡул күтәреп торған балалы ҡатынды ултыртып алды. Һөйләшеп киттеләр. Ҡатын кеше йөрәк менән ауырыуын, шул арҡала балнисҡа барып күренеүен, бер юлы ҡыҙ баланың да һаулығын тикшертеүен әйтеп һалды.
- Баланың атаһы кем? Нишләп һеҙҙең менән ҡуша йөрөмәй ул? – тип һораны Салауат.
-Беҙ ир менән айырылыштыҡ. Ҡыҙым менән икәүләп донъя көтөп ятҡан булабыҙ, - тип яуап бирҙе ҡатын кеше.
- Ҡыҙым! Һиңә нисә йәш?
-Ун йәш. Дүртенселә уҡыйым.
- Ә исемең кем?
- Исемем Таңсулпан, әсәйемдеке Нәсимә, - тип яуапланы ҡыҙыҡай
- Исемең ике ҡатлы икән: таң һәм сулпандан тора.
- Эйе шул. Былай минең үҙемә ныҡ оҡшай. Әсәйем иртә тороп өйрәнһен тип, шул исемде ҡуштым, ти. Ә һеҙҙең исемегеҙ нисек, шофер ағай?
- Салауат булам мин.
- Һеҙгә Салауат Юлаевтың исемен ҡушҡандар икән, - тип һүҙен дауам итте ҡыҙ кеше. – Шәп исем эләккән минеңсә.
Шулай итеп, һөйләшә-һөйләшә бер-береһе менән таныштылар. Совхоз үҙәгенә килеп еткәс тә ике пассажирҙы ул өйөнә тиклем алып барҙы. Мәшәҡәтһеҙ ҡайтып етеүенә ныҡ риза булған Нәсимә аҡса һонғайны, Салауат уны алыуҙан ҡырҡа баш тартты.
- Улайһа, әгәр ҡабалан булмаһағыҙ, ҡоролай-ҡарылай булһа ла сәй эсеп сығығыҙ! Әҙерлегем юҡ ҡырҙа йөрөгәс. Булғанса булыр.
- Ярай, сәйҙе ни эсәйек. Бөгөн бер сүмес һыу эсеп сыҡҡандан һуң тәғәм ризыҡ ҡапҡан юҡ әле.
Бергәләп сәй эсеү дуҫлыҡҡа әйләнеп китте. Күстәнәс тотоп инеп, сәй эсеп китеү даими була башланы. Салауат уларҙың өйөндә күңеленә дауа тапҡандай булды, бигерәк тә Таңсулпан “ағай ҙа ағай”, тип уның килеүенә сикһеҙ ҡыуана ине. Бына шулай өс-дүрт ай үтеп китте. Бер көндө Салауат килеп Нәсимәгә бергәләр йәшәү тураһында тәҡдим яһаны. Тегенеһе ҡаршы түгел ине, күрәһең, әйтте:
Ул саҡта ошонда, миндә йәшәргә тура килер инде, һинең торор өйөң юҡ бит инде...
Иртәгәһе көнө бер килке туған-тумасаны йыйып, бата уҡыттылар һәм Салауат Нәсимәнең өйөнә күсеп килде.
Матур итеп йәшәп киттеләр улар, Таңсулпан уҡыуын дауам итте, Нәсимә гәзит-журнал, открытка һәм башҡа ваҡ-төйәге булған ларекта эшләне, Салауат руль артынан төшмәне. Бер йылдан бер улдары тыуҙы. Хәмитйән тип исем ҡуштылар. Ул уҡыуға ялҡау булып сыҡты, этеп-төртөп туғыҙҙы бөттө, СПТУ-ға ебәрҙеләр. Ярты йылдан уҡыуын ташлап ҡайтып килде. Шунан эш артынан Себергә йүнәлде. Шул китеүҙән ҡайҙалыр олаҡты йәш кеше. Эҙләп ҡарау бушҡа булды, йөрәккә яра һалып, һыуға батҡан кеүек юғалды ла ҡуйҙы. Тормош бер кирегә китһә ыңғайламай, күрәһең, Насырйән юғалғандан һуң Нәсимә ҡапыл ауырып китте, балнисҡа эләкте, тик мандый алманы, бер аҙнанан уның шәме бөтөнләйгә һүнеп ҡуйҙы. Өйгә оло ҡайғы инеп урынлашты, бер-нисә көн мышнашып илауҙан ғына торҙо. Таңсулпанды үҙенән булған ҡыҙҙан артыҡ күрҙе Салауат, сөнки ул, йәш булһа ла, кешелекле, ниндәй эшкә тотонһа ла ҡулынан килә. Яҡшы уҡыны, һуңынан шәфҡәт туташы әҙерләгән училищене тамамланы, шуның буйынса эшләп алды.
Таңсулпан оҙаҡ ҡына ваҡыт кейәүгә сыҡмай йөрөнө, утыҙы тулыр мәлдә ғаиләле булды һәм кейәүе йәшәгән ҡалаға күсеп китте.
Өйҙә бер үҙе ҡалған Салауат эштән йәм тапты, ләкин бер ваҡыт радикулит тынғы бирмәй башланы. Машинаһын ташларға тура килде, ремонт мастерскойына күсеп эшен дауам итте.
Шулай ҙа бил ебәрмәне, элегерәк бер туҡтауһыҙ руль артында булып, эҫе булһын, һыуыҡ булһын машинаны юлда ҡарап, йүнәтеп маташҡан саҡтарҙа һыуыҡ һуҡҡандыр инде. Нисек кенә ҡыйын булмаһын бер көн, өй асҡысын уң яҡ күршегә ҡалдырып, балнисҡа ятырға тура килде.
Унда ла ун көндән артыҡ тотмайҙар икән. Сығыр көндө баш табиб килеп инде, хәл-әхеүәлен һорашты, ниндәй дарыуҙар кәрәклеген әйтеп бирҙе һәм уның артабанғы эшкә яраҡһыҙ булыуын аңғартты.
- Пенсияға етер өсөн бер йыл кәрәк бит әле, - тип хафаланды Салауат. – Нисек йәшәп булыр икән, бер аҙ йыйған аҡсаһы бар ине лә ул, шул ғына күңелде йылытып тора. Нисек йәшәһә лә, Алла бирһә, асыҡмаҫ әле...
Тормошта уйламағанда сюрприз дә булып ҡуя икән! Ҡайтырға йыйынып, әйберҙәрен алып тышҡа сыҡҡайны аптырап китте. Балнис ҡаршыһында уны, машиналары менән килеп Таңсулпан менән кейәүе көтөп торған икән. Бына ҡайҙа ул сюрприз! Бына һиңә мә! Шатлыҡтан Салауаттың күҙе йәшкә сыланды. Ҡосаҡлаштылар, ҡыуаныштылар, ҡағынып-һуғынып алдылар.
- Салауат ағай! – тип һүҙ башланы Таңсулпан, - беҙ асҡысты күршенән алып өйгә ут яҡтыҡ, аш һалдыҡ. Хәҙер ҡайтып ял итәйек, беҙҙең күстәнәстән ауыҙ итәйек. Ә иртәгә иртәнсәк беҙ һине үҙебеҙгә күсереп алып ҡайтабыҙ. Тик ҡаршы булма, зинһар! Бергәләп йәшәйек, күңеллерәк булыр. Аңғартабыҙ, тип килгәйнек, алып ҡайтырға булдыҡ.
- Таңсулпан дөрөҫтө әйтә, - тип һүҙгә ҡушылды кейәүе, - беҙҙең өс бүлмәле квартирҙағы бер бүлмә һинеке. Барыбер ул буш тора. Балниста булғаныңды белмәй килеп еткәйнек бөгөн, хәлеңде күрше ҡатын аша белдек.
- Ә һеҙҙең тәҡдимгә мин ни риза. Ауырыу көйө бер үҙең йәшәү бик ҡыйын бит ул. Ҡуҙғала алмай ятҡанда һыу килтереүсе лә булмаһын әле. Бергәләп йәшәүгә ни етә, - тип Салауат риза булыуын аңғартты. – Ә өйҙө нишләтәгеҙ?
- Өй ни ултырып торһон. Балалар ҙурайһа, бәлки, берәһенә кәрәк булыр, - тип яуапланы Таңсулпан.
“Ҡайһы бер ата-әсәләрҙе үҙҙәре тыуҙырған балалары ташлап китә, ә бында үгәй ҡыҙ килеп етеп, үҙенең миһырбанлы икәнен күрһәтте, - тип уйлап алды Салауат. Эш туғанлыҡта түгел икән, күрәһең, күңел күркәмлегендә”.
Иртәгәһе көнө экипаж райүҙәккә ҡарай ҡуҙғалды. Салауаттың күңеле көр ине. Элекке шофер ошо мәлдә үҙен бик бәхетле кеше итеп тойҙо, сөнки ул да кемгәлер кәрәк булып сыҡты бит. Артабан Хоҙай Тәғәлә тереклекте һәм һаулыҡты бирһә, пенсия алып шатланыр ваҡыт та етер әле. Хәҙер һаулыҡты нығытыу беренсел бурысҡа әйләнеп тора. Бар ауырлыҡтарға түҙеп йәшәргә ҡала. Түҙгәнгә – түш, тиҙәр түгелме?
Эйе, бергә уҡмашып, бер-береңде яратып, хөрмәт итеп, бер-береңә ярҙам итешеп йәшәүгә ни етә! Ошонан да олораҡ бәхет буламы ни ул?
ңФото: kommunist.ru