

Тағы бер аҙ атлағас,өләсәйем бейек аҡ тауға барып сыға.Уның итәгендә дүрт мөгөҙлө аҡ тәкәләр йөрөгәнен күрә ул.Хайуандар таныш булмаған кешегә текләп -текләп ҡарайҙар( ошо урында өләсәйем малдарҙың үҙенә нисек ҡарағанын кәүҙәһенең торошо һәм күҙ ҡарашы яҙамында һүрәтләп күрһәтте).Аҙмы -күпме ваҡыттан һуң уның ҡаршыһына өҫкө өлөшө ҡырҡып алынған ғәләмәт бейек тау килеп баҫа."Ҡаршы -Көршө тауы тураһында һөйләй торғайнылар.Был тау,ахырыһы,шулдыр", -тип үҙ алдына һөйләнә ул.(Минең был тау тураһында ишеткәнем юҡ тей автор)...Уңға тартып бара торғас,иге -сиге булмаған диңгеҙгә барып сыға өләсәйем.Һыу бөтә донъяны баҫып алғандай тойола.Тик Мәккә яғында ғына ҡоро ер барлығын күрә ул.Унда мискә йыуандығындағы йыландарҙың,бер -береһенә уралышып,телдәрен сығарып,үҙенә текләп ҡарап тороуын күреп,ҡурҡып ҡала.Өләсәйем уларҙың араһынан атлап үтә,әммә йыландар уға зарар килтермәй."Ҡарайес -Көрәйес тигән йыландар ҙа була.Уларға ла доға ҡылығыҙ,тип өйрәтә торғайнылар ҡарттар.Был йыландар шуларҙыр ", -тип эстән генә һөйләнеп ала ул...Үтеп барышлай һөйрәлеүселәр араһында самауыр йыуанлығындағы кеҫәрткеләр йөрөгәнлеген дә абайлай.Саҡ ҡына арыраҡ,һыу эсендә,ошоғаса күрмәгән хайуандарҙы күреп,иҫе китә өләсәйемдең.Ғәләмәт оҙон муйындары менән бер -береһенә үрелешеп,үҙ ара низағлашып,шау - шыу тыуҙыра улар." Аҙағыраҡ,балаларым мәктәпкә барғас,мин ул хайуандарҙың һүрәтен китапта күрҙем.Һеҙ уларҙың исемен беләһегеҙ", -тип аңлатма биреп китеүҙе кәрәк тип тапты өләсәйем.Был хайуандар жираф булып сыҡты...Ошо урында өләсәйем аңын юғалта һәм кире үҙ донъяһына әйләнеп ҡайта.Олатайым уны йылға буйында түгел,ә кемдеңдер мунсаһы артында табып ала.Йәрәхәт - фәләнһеҙ,шул уҡ кейемдә,тик иҫһеҙ хәлдә була ул.Алты -ете сәғәттән һуң өләсәйем ҡәҙимге хәленә ҡайтҡандай тойола һәм көндәлек эштәрен башҡарырға тотона.Әммә ире һарайға инеп киткән арала,иҫкәртмәйсә,ҡапыл юҡ була.Ҡатынын ҡайҙа эҙләргә кәрәклеген белә олатайым -тиҙ -тиҙ атлап Саҡмағош янына китә.Яр буйына килһә,өләсәйем,кейеме менән һыуға төшөп,йәй ташын һәрмәп табырға маташып йөрөгән була.Һыуҙан тартып сығарып,олатайым ҡатынын өйөнә алып ҡайта һәм сынйыр менән ауыр һандыҡҡа бәйләп ҡуя.Ошо ваҡиғанан һуң уға оләсәйем менән бик оҙаҡ мәшәҡәтләнергә тура килә." Колхоз ойошторолған мәлдә лә иҫем килделе -киттеле ине әле", -тип иҫләй торғайны өләсәйем етмешенсе йылдарҙа.Тимәк,йәй ташы менән булған мажараның эҙемтәләре тиҫтә йылдан ашыу ваҡытҡа һуҙылған булып сыға.
Шул саҡ Темәстән кешеләр килеп инә.Йорт тирәләй һаҡ ҡуйыла.Ҡайны кеше сит кешеләргә йәй ташын күрһәтә.Һыуҙан ҡырҡ көн элек алынған ташты кире урынына ҡайтарыу талабы ҡуйыла улар тарафынан.Олатайым менән өләсәйемде бер арбаға,ҡайныһы менән ҡәйнәһен икенсе арбаға ултыртып,сит кешеләр ауыл янындағы йәйләүгә алып китә уларҙы.Шул ваҡыт халыҡ араһынан кемдер йәй ташын һорап ала.Таш ҡулдан ҡулға күсеп китә:береһе уның менән ауырыған күҙен ышҡый,икенсеһе ташты сырхау балаһының ауыҙына тыға,ә өсөнсөһө һыҙлаған беләге буйлап йөрөтөргә керешә.Йәй ташының сәләмәтләндереү көсө бар икәнен бөтә халыҡ белгән була ул заманда. Мәхшәр оҙаҡ дауам итмәй -ҡораллы кешеләр ташты кире өләсәйемә ҡайтарып бирә."Ташты һыуға ҡарап тороп һалма,-тип кәңәш бирә оло йәштәге ҡатындар.-Йылғаға арҡаң менән боролоп ,яуырының аша ташла.Йәй ташы,һыуға барып төшкән урынын,кеше белеүен теләмәй. Шулай итеп ташты һыуға ырғыттыралар
https://vk.com/sayer_donja