

Ҡаһиров Эмиль Жәмил улына.
Заман шундай.
Космонавт та түгелһең һин
Һәм түгелһең лётчик та.
Техникаға ҡом тейәйһең
Ҙур, бейек погрузчикта.
Машиналар бер туҡтауһыҙ
Килеп һәм китеп тора.
Ҡышҡы буран ҡар уйнатып,
Саң туҙҙырып ҡотора!
Ялың етһә бушамайһың,
Ашығаһың йортоңа.
Түшәм, иҙән түшәр кәрәк, -
Тырыштар һәр саҡ уңа!
Депутат та түгелһең һин,
Түгелһең һин лётчик та.
Ябай, ипле бер кешеһең,
Ябай бер погрузчикта.
Шөкөр, ауыл егеттәре
Эш таба, нигеҙ ҡора.
...Заман шундай : дан кешеләр
Алтын хаҡына тора!
Рамай Ҡаһир, https://vk.com/id470811619