Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
2 Март 2022, 10:07

"Өфө – Сургут араһында гөрләп тора һинең эш!"

Төркөмдәшебеҙҙең матур шиғыры

"Өфө – Сургут араһында  гөрләп тора һинең эш!""Өфө – Сургут араһында  гөрләп тора һинең эш!"
"Өфө – Сургут араһында гөрләп тора һинең эш!"

Сәғитов Айнур Марат улы, Учалы районының, Рысай ауылында, 1993 йылдың, 1 апрелендә донъяға тыуа. Яйыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан ошо матур ауылда үтә уның йәмле бала – сағы. Рысай ауылы мәктәбендә эшләүсе көслө, белемле уҡытыусылар менән аралашыу, белем алыу, йәш егеткә был донъяла маҡсатлы, ҡыйыу, иманлы булыу өсөн этәргес көс биргәндер.

Мәктәпте тамамлап, әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, юғары белем алып, йәштәр сәйәсәте буйынса ҙур эштәр алып бара Айнур Марат улы. Сургут ҡалаһында йәшәгән осорҙа, үҙ тыуған иле – Башҡортостан менән араларҙы өҙмәй ул. Киреһенсә, Себер яҡтарында йәшәүсе яҡташтары үҙ халҡы менән ныҡлап аралашһын өсөн тырыша. Төрлө мәҙәни саралар, спорт ярыштары, конкурстар үткәреү – уның төп эшенә әүерелә. Тырыш, белемле, сәмле егет һәр саҡ күҙ уңында була, үҙенең изге эштәре менән йәштәр араһында ҙур абруй яулай. Линера исемле һылыу, аҡыллы ҡыҙҙы осратып, оҙаҡ дуҫлашып йөрөйҙәр һәм 2014 йылда өйләнешәр. Әлеге көндә Айнур үҙенең тормош иптәше Линера Миңдебай ҡыҙы менән бик матур итеп донъя көтәләр, Сафия исемле ҡыҙ һәм Алмас исемле ул үҫтерәләр.

Әлеге көндә Айнур Марат улы Урал геология компанияһының директоры вазифаһын башҡара, Бөтә донъя башҡорттар Ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы булараҡ, йәмәғәт эштәрендә бик актив ҡатнаша. Уның ярҙамында йәштәр араһында туризм, спорт буйынса төрлө саралар үткәрелеп тора. Бигерәктә матбуғатҡа яҙылыу компанияһы барышында Айнур Марат улы үҙен туған телен, тыуған илен һөйөүсө патриот итеп күрһәтте, үҙе етәкләгән ойошма эшселәрен башҡорт телендә сыҡҡан гәзит – журналдарға күпләп яҙҙырты. Миҫал өсөн шуны әйтеп үтәйем, Учалы районында берҙән – бер башҡорт телендә сыҡҡан “ Яйыҡ” гәзитәһе редакцияһы үткәргән эстафетаны дәррәү күтәреп алды, баҫмаға үҙе яҙылыуҙан тыш, атаһына, әбейһенә, үҙе уҡып сыҡҡан Рысай ауылы мәктәбенә һәм үҙен уҡытҡан уҡытыусыһына берәр дана гәзиткә подписка бүләк итте. Афарин, тиеүҙән башҡа нимә әйтәһең инде, шундай дан егеткә! Яҡташтары исеменән хөрмәтле Айнур Марат улына ҙур рәхмәттәр әйтәм һәм уға киләсәктә тағы ла бейегерәк үрҙәр ҙе яуларға, тыуған халҡына тоғро хеҙмәт итергә насип булһын тигән изге теләктә ҡалам!

Нурҙар сәс!

 

Учалымдың бер йәме һин,

Рысай егете – Айнур.

Изге ғәмәлдәр башҡарып,

Халҡыңа сәсәһең нур!

Йәштәргә юлдар асаһың

Һәм бирәһең юнәлеш.

Өфө – Сургут араһында

Гөрләп тора һинең эш!

Бер уйлаһаң еңелме ни,

Ауыр юл, оҙон ара.

Күпме ярыш уҙғараһың,

Гөрләй мәҙәни сара!

Гәзит – журнал яҙҙыртаһың

Яҡын дуҫың – матбуғат.

Уҡымышлы һәм тәүфиҡле

Һеҙҙең ырыу, һеҙҙең зат!

Башҡорт данын күтәрәһең

Телең татлы – бал да, май.

Бар донъяға нур өләшә

Беҙҙең данлы Ҡоролтай!

Һиңә ҡот, уңыш теләйем,

Халҡыңа сәсәһең нур.

...Быуаттарҙан - быуаттарға

Данланып йәшә, Айнур!

 

Рамай Ҡаһир,https://vk.com/id470811619

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас