Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
2 Март 2022, 09:59

Мышы атҡандар...

Ҡаты ҡышты изалай-изалай үтеп, ҡара ергә баҫыуҙы тилмереп көткән йәнлектәрҙе айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә үлтергән бәндәләрҙең күңеле ныҡ ҡатылыр инде, ҡышҡы селләлә шаҡырайып, таш булып туңған ерҙән дә ҡатыраҡтыр!

Мышы атҡандар...Мышы атҡандар...
Мышы атҡандар...

“Ирәмәл” тәбиғәт паркы һәм “Урал-Тау” заказнигы биләмәләрендә йәнлектәрҙе ҡышҡы иҫәпкә алыу кампанияһы тамамланыу өҫтөндә.
Барлығы 10 маршрут һалынған. “ Кейектәр һаны артыуы һөйөндөрә, айырыуса мышы күбәйгән, ҡоралай-ҡабандар ҙа иркенләп үрсей бара. Һаҡлауҙан тыш, ҡыштарын тәрбиәләп торабыҙ бит – махсус урындарҙа иген фуражы, тоҙ иретмәһе һирпелгән ҡайын миндектәре, тоҙ таштары ҡалдырыла, үҙенә күрә “урман ашханаһы”, - тип бәйән итте беҙгә “Ирәмәл” тәбиғәт паркы начальнигы Мирдар Дияров. – Тик шуныһы ла бар инде – һунар базалары киңәйгәс, бүреләр ҙә ишәйә. Ярар, уныһын ғына хәл итербеҙ – етди зыян килтерә башлаһалар, махсус рөхсәт юллап, “һоро юлбаҫарҙар”ҙың да һанын көйләү мөмкин”.
.....Тик бына ике аяҡлы бүреләр ҙә ҡурсаланған урман йәнлектәренә ҡул һона шул. Парк хеҙмәткәрҙәре атылған һәм ботарланған мышы ҡалдыҡтарын тап итте ошо арала . Шундуҡ эске эштәр бүлегенә хәбәр иттек, уларға рәхмәт, бик оператив рәүештә хеҙмәттәшлек итәләр, әле тәфтиш бара, тип белдерҙе Мирдар Руслан улы. Ҡаты ҡышты изалай-изалай үтеп, ҡара ергә баҫыуҙы тилмереп көткән йәнлектәрҙе айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә үлтергән бәндәләрҙең күңеле ныҡ ҡатылыр инде, ҡышҡы селләлә шаҡырайып, таш булып туңған ерҙән дә ҡатыраҡтыр! Иртәме-һуңмы, барыһы ла тотола баралар бит әле. Тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре аҙнаһына кәмендә 11 рейд башҡаралар, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре лә браконьерҙарға ҡаршы аяуһыҙ көрәшә. Ә яуаплылыҡ үтә ҡаты.
Был хаҡта парк начальнигы тағын да бер тапҡыр иҫкәртте, юғиһә, бәғзе яҡташтарыбыҙға аҙағынан ныҡ үкенергә тура килә:

-Ниндәй эҙемтәләргә килтереүгә ҡарамаҫтан, тәбиғәт паркы, дәүләт заказниктары һәм тәбиғәт ҡомартҡыларында һунар иткән өсөн РФ Енәйәт кодексының 258-се статьяһы буйынса яуап тоторға тура киләсәк. Айырыуса һаҡланған биләмәләрҙә кәсеп иткән өсөн яза – 500 мең һумға тиклем штраф (зыянды ҡаплауҙан тыш!), 2 йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәре йә иректән мәхрүм ителеү. Әгәр ҙә енәйәт вазифаны файҙаланып, алдан килешеп йә төркөм составында башҡарыла йә айырыуса ҙур зыян килтерә икән, шраф 1 миллион һумға тиклем арта, ғәйепленең 3 йылға тиклем ултыртылыуы мөмкин. Белешмә өсөн: 40 мең һумдан ашыу зыян – ҙур, 120 меңдән артһа – айырыуса ҙур, тип баһалана.

Әйткәндәй, кейекте атып алыу үҙе генә түгел, ҡош-ҡорт һәм йәнлектәрҙе аңдыу, эҙәрлекләү йә һуңынан эш итеү, ташыу ҙа “законһыҙ һунар” тип баһалана. Ниндәй ҙә булһа ҡорал йә эттәр менән “Ирәмәл” паркы йә “Урал-Тау” заказнигы биләмәләренә инеү үҙе генә лә законһыҙ һунарға тиңләнә.
Яуаплылыҡ ныҡ ҡаты, бер кемгә лә эш боҙоп, аҙағынан терһәк тешләргә тура килмәһен!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас