Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
2 Март 2022, 05:07

Шлагбаумды емерә бәрҙе

Тотолдо ла инде!

Шлагбаумды емерә бәрҙеШлагбаумды емерә бәрҙе
Шлагбаумды емерә бәрҙе

37 йәшлек ҡатын юл-транспорт һәләкәте ҡорбанына әйләнде. Төнгө ваҡытта “Опель Корса” водителе ныҡ ҡыуғандыр инде: Белорет-Учалы автоюлының 101-се километрындағы тимер юл переезының светофор тыйыуына иғтибар итмәү генә түгел, ябыҡ шлагбаумды емерә бәрҙереп юлдан оса. Водитель автомобилен дә, пассажир булып ултырған ҡатынды ла ташлап ҡаса. Материал яҙылған ваҡытта эҙләйҙәр ине, ҡасып ҡайҙа барыр инде, шәхесе билдәле бит. Ә ҡатынды дауаханаға һалырға тура килгән, ярар ҙа ошо мәл тепловоз үтмәгән тип кенә йыуанаһы ҡала.

Бөгөн ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова, алабарман водитель тотолдо, тип белдерҙе һәм барыһын да юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл күҙәтергә өндәне.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас