

Районыбыҙҙың бер ауылында көн күргән 69 йәшлек ҡатынға һис көтмәгәндә “хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре” шылтырата. Йәнәһе лә, бер енәйәтсе уның исеменән ялған доверенность йүнәткән дә, алдап кредит алырға маташҡанда тотолған. “Ярар, исмаһам, тотҡандар!”- тип яҡташыбыҙ тынысланып та өлгөрмәгәндер, ялған “полицей” йәнә шылтырата: үкенескә ҡаршы бур ҡаса алды, һеҙҙең исемдән кредит алыу ҡурҡынысы янай. Ни эшләргә, был бәләнән нисек ҡотолорға!? Ҡурҡҡан, күсәренән ысҡындырылған, арбаланған апай билдәһеҙ “кәңәшсе” һәм “яҡлаусыһының” ҡушҡандарын теүәл үтәй: банкка барып кредит юллай, ҡулаҡсаға әйләндерә, элемтә операторы аша күрһәтелгән реквизиттар буйынса күсерә. Аҙағынан ғына башына килә - йәнәһе лә мут бәндәнән ҡурсалаусы “полицей” фәҡәт үҙе мут бәндә булып сыға. Ағай-апайҙар, һеҙҙе аңларға мөмкин, ғүмер буйы бөтә мәшәҡәт, бар яуаплылыҡты үҙ иңдәрегеҙгә япһарып, гел генә үҙаллы йөккә егелеп йәшәргә күнеккәнһегеҙ, әммә заманалар хәҙер икенсе бит. Аҡса, кредит, интернет, мобиль элемтә менән бәйле бөтә һорауҙарҙа бала-ейәндәрегеҙ менән башта кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Ә бер 73 йәшлек апай өйөнә ҡайтып килһә, подъезд ишеге янында билдәһеҙ ҡатын уны төртә лә, сумкаһынан аҡса янсығын алып ҡаса. Күпмелер ваҡыттан тотола, талап алған 30 мең һумдың 10 меңен эсеп өлгөргән дә була. Белорет ҡалаһынан беҙгә “барымтаға” килгән 36 йәшлек юлбаҫар ҡатын быға тиклем дә хөкөм ителгән, ти.