-
-Телевизорҙы ҡабыҙһаң, атыш-үлтереш, ыҙғыш-талаш! – тип һуҡранғандарын йыш ишетергә тура килә. Ә бит был “проблема” бик анһат хәл ителә - пультта “БСТ” төймәһенә баҫыу етә..... Был каналды яратмаған бер генә ысын башҡорт та юҡтыр ул! Ошо, тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ һағында тороу менән генә сикләнмәйенсә, заманса камиллаша барған саф милли рух сығанағы башында яҡташтарыбыҙ ҙа тороуы шатландыра. Заманса камиллашыу тураһында юҡҡа ғына яҙмайбыҙ – быйыл күрһәтелгән “Ышан” сериалын бик тә оҡшатып ҡабул иттек (интернетҡа ҡуйылған, һәр кем ҡарай ала). Һәм был мәҙәни ваҡиға Әдилә Фәнил ҡыҙы Һунарғолова туп-тура ҡағылышлы икән. Әйткәндәй, ваҡытында “Яйыҡ” гәзитендә хеҙмәт иткән ҡәләмдәшебеҙ Әлиә Усманованың бер туған һеңлеһе, тип тә өҫтәйһе килә. Әңгәмәне яҡыныраҡтан танышыуҙан башланыҡ.
-Мин Учалы районының Көсөк ауылында тыуып үҫтем. 5-8-се класстарҙа күрше ауылдағы Сораман мәктәбендә уҡыным. 9-11-се классты Өфөләге Р.Ғәрипов исемендәге 1-се гимназияла тамамланым. Бәләкәйҙән китап уҡырға яраттым – был ғәҙәт атайҙан киләлер тип уйлайым, сөнки мал көтөү мәлен (беҙҙең ауылда сиратлап сығалар ине) һағынып көтә инем – беҙ өсәүләп – атайым, Әлиә апайым, мин өсөбөҙ өс яҡта мөкиббән китеп китап уҡый инек. Эш тә бара, китап та уҡыла. Башҡа көндәрҙә яратҡан шөғөлгә ваҡыт етмәй бит. Мәктәпте тамамлағас БДУның химия факультетына уҡырға индем. Әммә студент йылдарында ла классик әҙәбиәт менән мауыҡтым. Ғәҙәти көндәрҙә китап уҡырға ваҡыт етмәй торғайны. Сөнки, әйтеп үтеүемсә, уҡыуҙы ла, эште лә бер юлы алып барырға тура килде. Ә сессия мәлендә отпуск ала һәм һәр имтихандан һуң бер-ике көнөмдө махсус рәүештә әҙәби китаптар уҡыуға бүлә инем...
-Ә телевидениеға нисек эләктегеҙ?
-Беренсе курста уҡ аҙмы-күпме аҡса булһын тип, эш эҙләй башланым. Шунда таныштарым телевидениеға барып ҡарарға тәҡдим итте. Бындағы эш юлым байтаҡ йылдар элек Рита Өмөтбаева әҙерләп, алып барған “Аҡ тирәк-күк тирәк” тапшырыуынан башланды. Студент йылдарында унда модератор булараҡ эшләнем. Һуңынан “Сәләм” тапшырыуында тура эфир режиссеры сифатында тәжрибә тупланым. Шул йылдарҙа Мәскәүҙә телевидение тапшырыуҙары режиссураһы йүнәлешендә белем алып, квалификациямды үҙгәрттем. 2011 йылда иһә “Тамыр” телеканалы етәксеһе Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһарина үҙҙәренә саҡырҙы. Шулай итеп, бындағы эшмәкәрлегем ун йылдан ашыу элек “Тау-тау хәбәр“ тапшырыуын эфирға сығарыуҙан башланды.
-
«Тамыр» каналына күсеү – ижади яҡтан үҫеүгә юл асты. Бында йәнең теләгән юҫыҡта эшләү мөмкинселеге бар. Мин ҡәҙимге телетапшырыуҙарҙан башлап, ҙур проекттар, концерттар, документаль фильмдар, быйыл инде телевизион сериал эшләүҙә үҙемде һынап ҡараным. Был ҙур тәжрибә. Бындый мөмкиселек булғанға етәкселәргә бик рәхмәтлемен. Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһарина, ғөмүмән, минең өсөн бар яҡтап та өлгө булып тора – заманса етәксе, уңышлы ҡатын, тәрән шәхес. Байтаҡ йылдар телевидение тапшырыуҙары режиссеры булараҡ эшләйем – “Тау-тау хәбәр”, “Тамыр селтәре”, “Страна северных амуров”, “Страна войлока”, “Страна поющих цветов”, “Истории победы”, “Башкирский по-русски”, “Герои среди нас”, “Преград.нет”, “I (ай) -текә” тапшырыуы, “Тел аскысы” әкиәте, “Ышан сериалы” һәм башҡа. "Әлләсе" тапшырыуын форматҡа һалып, эфирға сығарҙым.Әммә шул уҡ ваҡытта режиссер һөнәре нескәлектәрен тулыһынса беләм тип әйтеү мөмкин түгел. Сөнки шул тиклем күп яҡты өлкә, бында яйға һалып алынған бер генә ҡалып менән эшләп булмай: режиссер һөнәре һәр ваҡыт эҙләнеүҙе, уйланыуҙы, үҫешеүҙе, ниндәйҙер яңылыҡ индереүҙе талап итә. Һәр тапшырыуҙың, һәр проекттың үҙ нескәлектәре.
-Бик тә уңышлы һуңғы проект – “Ышан” сериалы тураһында ентекләберәк һөйләмәҫһегеҙме?
- Был ‒ минең тәүге тәжрибәм. Һәм, ғөмүмән, сериалдар төшөрөү менән телевидение тапшырыуҙары әҙерләү икеһе ике төрлө өлкә. Хатта, ниндәйҙер кимәлдә, үҙемде яңы һөнәрҙә һынап ҡараным тип әйтәм. “Ышан!” мистик сериалының идеяһы Гөлназ Фәрит ҡыҙыныҡы. Сценарийҙы Дамир Йосопов яҙҙы. Сериалдағы ваҡиғалар бөгөнгө тормошто һүрәтләй. Әммә улар мистикаға ҡоролған. Фильмда билдәле башҡорт легендаһындағы ете ҡыҙ күктән ергә төшөп, ете үҫмергә сетерекле хәлдәрҙе сисергә һәм үҙ көстәренә ышанырға ярҙам итә. Ни өсөн мистика тиһәгеҙ, ул әкиәткә тартым. Ә үҫмерҙәр – кисәге балалар. Мистика, тимәк, әкиәт уларға яҡыныраҡ. Актерҙарҙы үҙем һайлап алдым тиһәм дә була. “Тамыр” каналында эшләгән, үҙен актерлыҡ яғынан танытҡан балалар күп, шулай уҡ экранда бер тапҡыр ҙа булмаган йәштәр менән эшләп ҡарау теләге лә бар ине. Кастинг менән һайлап алдыҡ, ә ҙур актерҙарҙы беззең башкарыусы продюсер Гөлшат Галиуллина БАДТ, НМТнан бөртөкләп йыйҙы. Тәжрибәле актерҙар менән дә, беренсе тапҡыр камера күргән балалар менән дә эшләүе ҡыҙыҡ булды. Төп геройҙарға килгәндә – 7 ҡыҙҙы уйнаған уҫмерҙәрҙе һайлаганда, роль ҡатмарлы булғанга тәжрибәле кешеләр кәрәк ине, шуның өсөн “Бирешмә” сериалында уйнаған Гәлсәр Байғускарова, Гөлгөнә Баһауетдинованы тәү сиратта күҙ уңында тоттоҡ. Улар профессиональ актерҙар менән бер рәттә эшләй һәм башҡа ҡыҙҙырға кадрҙа уйнау, майҙансыҡта дисциплина яғынан өлгө булды. Шулай уҡ Гәлсәр профессиональ йырсы (Гнессинки укыу йортон озакламай тамамлаясак) – уның йыры - сериалдың саундтрегы.Сериал олоһонда ла, кесеһендә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙғандыр тип ышанам. Сөнки унда һәр кеше өсөн мөһим булған тәүҡимммәттәр, кешене кеше иткән, шәхес тигән үргә күтәргән сифаттар хаҡында һүҙ бара. Бәлки, ҡайһы бер төшөнсәләрҙе, уларға һалынған тәрән мәғәнәне үҫмерҙәрҙең барыһы ла әлегә аңлап та бөтмәҫ. Әммә бала күңеленә үҙ мәлендә дөрөҫ орлоҡтар һала
-
белеү, уларҙы уйланырға саҡырыу һәм, иң мөһиме, үҙ көсөнә ышаныуҙан да ҙурыраҡ көс юҡ икәнлеген аңлатыу зарур. Сөнки үҙ-үҙеңә ышнмаһаң, башҡаларҙың ышаныуы һиңә ярҙам итмәүе лә ихтимал. Ошо ете сериянан торған фильмға бик тәрән мәғәнә һалынған. Һәм күпселек үҫмерҙәр уны аңлар, яҙмыштарының, нигеҙҙә, үҙ ҡулдарында булыуына төшөнөр тигән өмөттәбеҙ... Ижади төркөмгә ҙур рәхмәт! Бер кем дә ваҡыт менән иҫәпләшеп торманы, барыһы ла күңел һалып, намыҫ менән эшләне. Сериалды төшөргән ижади төркөмдә лә ете кеше булдыҡ: ҡуйыусы оператор Руслан Бикбаев, уның ярҙамсыһы, оператор Шамил Кәримов, башҡарыусы продюсер Гөлшат Ғәлиуллина, тауыш операторы Айҙар Ғәйнетдинов, администратор Диләрә Сөләймәнова, режиссер ярҙамсыһы Юлияна Әмирзәнова. Ә инде төшөргән эште туплауҙа командаға ҡораусы режиссер Дамир Сәлимов, графика оҫтаһы Шамил Хәмитов, композиторҙар Фәтих Ҡолһарин һәм Айҙар Хәмзин ҡушылды. Ижади команда исеменән беҙҙе яңы башланғыстарға илһамландырған директорыбыз Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһаринаға һәм финанс йәһәттән ярҙам крһәтеүе өсөн Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы етәксеһе Рөстәм Ришат улы Зарафутдиновҡа оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
-Ә үҙегеҙ мистикаға (хөрәфәт тип һис тә әйтке килмәй!) ышанаһығыҙмы?
-Тормоштағы иң төп мистика минең өсөн шул – нимә эшләһәң дә ул һиңә ҡасан да булһа кире әйләнеп ҡайта. Ҡылған изгелегең дә, яуызлығың да хатта яңылыш яһаған хаталарың да эҙһеҙ үтмәй, ләкин бынан ҡурҡып “бүлмәңдән сыҡмай ултырыу» дөрөҫ түгел: намыҫыңды тыңлап, кешеләрҙе, донъя ҡанундарын ихтирам итеп, ҡыйыу аҙымдар менән атлау мөһим. Шундай кешеләрҙе, минеңсә, шәхес тип атайҙар, һәм шундай кешеләр бәхет ҡошон үҙ ҡулынан ашата торған.
-Байрам айҡанлы яҡташ ҡатын-ҡыҙҙарға ни теләр инегеҙ?
Ҡатын-ҡыҙҙарға, тәү сиратта, бәхетле була белеү оҫталығы теләйем. Бәхетле ҡатын ирен дә, балаларын да бәхетле итә ала. Эстән килгән талғын ғына бәхет йылыһына, яҡындар өсөн күҙ еүешләтерлек ғорурлыҡ тойғоһона, яратып-яратылыуға лайыҡ беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар!
-Әңгәмә өсөн рәхмәт. Һеҙҙең үҙегеҙҙе лә, бар ижадташтарығыҙҙы ла Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлап, яңынан-яңы үрҙәргә артылыуығыҙҙы теләйбеҙ!