Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
4 Март 2022, 08:15

Хуш бул, ҡыш!

Озерныйҙа матур байрам

Хуш бул, ҡыш!Хуш бул, ҡыш!
Хуш бул, ҡыш!

 Озерный ауылында  “Ҡышты оҙатыу” байрамы үтте. Мәктәптең башланғыс класс уҡыусылары һәм “Йәйғор” балалар баҡсаһы тәрбиәланеуселәре төрлө уйындар уйнап ҡыуанды -  утын, һыу ташыу, ағас ырғытыу, арҡан тартыш, хоккей күнекмәләре, тюбингта шыуыу һәм башҡа күп. Радик Бүләкбаевтың биҙәлгән, ҡыңғырау тағылған атында  йөрөп ҡыуандылар. Ярыш еңеуселәре китап-грамоталар менән бүләкләнде. Йыуаса-ҡоймаҡ менән табын да сабыйҙарҙың күңеленә хуш килде.
Сараны ойоштороусы һәм үткәреүсе  Абдрахманова Рузилә Нәжип ҡыҙы, Мостафина Гөлназ Зөфәр ҡыҙы, Семенова Гөлиә Таһир ҡыҙы,
Валеева Гөлшат Мөхәррам кыҙы, Мәжитова Аида Уразбай кыҙы,
Ҡаһарманова Гүзәл Хаммат ҡызы, Сәлмәнова Хәнифә Гиззәт кыҙы,  Фәйзуллина  Рәсимә Ғәли ҡыҙы, ғөмүмөн, был сараға ҡағылыштары булған бар кешеләр үҙҙәренә оло сауап алғандыр – балаларҙы  ошолай ҡыуандырыу үҙе бәхет бит ул!  Эшҡыуар Рәшит  Ғабдулхаҡ улы Ҡауыев бағыусы булыуын да өҫтәр кәрәк.

Ә ҡыштың, ысынлап та, осо күренде, ҡара ергә баҫыуыбыҙға күп ҡалманы.

Нәҡип Әйүпов, Озерный ауылы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас