

Эске эштәр бүлегендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә яуаплы, тәртипле, ярҙамсыл, батыр, ҡыйыу, ниндәй генә хәл килеп тыумаһың тиҙ, дѳрѳҫ ҡарар ҡабул итә белеүсе, принципиаллек кеүек сифаттар хас. Һѳнәрҙе яратмаһаң, үҙеңдең күпселек ваҡытыңды бағышламаһаң, полиция хеҙмәткәре булыуың икеле.
Ҡолош ауылыбыҙ"Айыҡ ауыл" конкурсунда ҡатнашыуы бер ҙә осраҡлы түгел! Хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүсе яҡташтарыбыҙ тураһында булыр һүҙем.
Был мәҡәләм бер туғандар Асия Нуриева һәм Нәфисә Хажина ѳләсәйҙәрҙең балалары, ейәндәре тураһында.
Иң олоһо Асия Һиҙиәт ҡыҙының ейәне Ирғәле Миндийәр улы Ямалетдинов . Ирғәле енәйәтте башҡарыусыларҙы асыҡлау(отдел уголовного розыска), артабан милицияның участка уполномоченныйы, һуңынан ошо бүлектең етәксеһе булды. Үҙенең ҡыйыулығы, сослоғо менән айырылып торҙо, самбо түңәрәге асты һәм оҙаҡ йылдар етәкләне. Бихисап енәйәт эштәрен асыҡланы, тәртип боҙоусыларҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙа кѳсѳн йәлләмәне, һѳнәрҙәштәренә оло кәңәшсе булды. Хаҡлы ялға майор дәрәжәһендә китте.
Икенсе ейәне Илгиз Миҙхәт улы Нуриев. Һѳнәре буйынса педагог булған Илгиз эшен бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор булып башлай. Һуңынан Ҡунаҡбай ауылында участка инспекторы булып эшләй. Полиция капитаны дәрәжәһендә егерме йыл эшләп хаҡлы ялға сыға. Илгиз грамоталар менән бүләкләнә. "За отличие в борьбе с преступностью" (Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министрлығы) һәм ике миҙалы бар ll и lll дәрәжәлә “За отличие в службе”. Дүрт ҡыҙ атаһы. Ҙур ҡыҙы Алсу ла 2020 йылдан алып суд секретары булып эшен башлай. Ул икенсе разрядлы белгес. Үҙе эшләй, үҙе Башҡортостан Башлығы эргәһендәге Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында ситтән тороп белем ала.
Асия Һиҙиәт ҡыҙының туғаны Нәфисәнең улы Хажин Шамил ағайҙың балалары тураһында ла бәйән итмәксемен.
Ябай колхозсы Шамил Фәсхетдин улы һәм Шәрифә Зайнулла ҡыҙы ғаиләһендә ете бала үҫә. Хәҙер тѳрлѳһѳ тѳрлѳ ерҙә, башлы-күҙле булғандар. Икәүһе иһә закон һәм тәртип һаҡсылары юлын һайлай.Илүзә Шамил ҡыҙы педагогия институтында белем алып, башта район һәм ҡала мәктәптәрендә башҡорт телен уҡыта. Ул уҡытыусы дипломы менән генә сикләнмәй, аграр университеттың"Иҡтисад һәм хоҡуҡ" факультетын уңышлы тамамлай һәм 1999 йылдың аҙағында хоҡуҡ органдарында хеҙмәт итә башлай. Ул кадрҙар бүлегендә ѳлкән инспектор вазифаһында хеҙмәт итә. Артабан бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор, ѳлкән тәфтишсе була. Ул юстицияның майоры, хеҙмәт стажы 22 йыл. "Ялға китергә мѳмкинселек булһа ла, әле эшләйһе лә эшләйһе" -ти ул.
Илүҙәнең бер туған ҡустыһы Ғәзим дә милицияла хеҙмәт итте. Ул әрменән ҡайтҡас, 1997 йылда эске эштәр органдарында хеҙмәтте башлай - һаҡ-хеҙмәт милиционеры булып урынлаша. Бер йылдан юл инспекцияһына күсә, ѳлкән инспектор була. 2005 йылда ваҡытласа тотоу изоляторы начальнигы урынбаҫары, ике йылдан ошо бүлексәнең начальнигы итеп тәғәйенләнә. Пенсияға майор дәрәжәһендә эске эштәр бүлеге эргәһендәге ведомствонан тыш һаҡ бүлеге етәксеһе должносынан китте.
Шамил ағайҙың бүләһе Баязит Азамат улы Сафаргалин да хоҡуҡ һағында тора. Ул Ѳфѳ юридик институтында ситтән тороп белем ала. Баязит-кесе сержант, инспектор- кинолог.
Бәләкәй генә хозур тәбиғәтле Ҡолоштан үҙҙәрен ошо изге һѳнәргә бағышлаусылар байтаҡ. Улар полиция подполковнигы Рәфис Рәшит улы Ғәлин, тәфтишсе, юстицияның ѳлкән лейтенанты Салауат Иҙрис улы Әхмәтйәнов, милицияның участка уполномоченныйы, ѳлкән лейтенант Руслан Ирек улы Әхмәтйәнов. Барыһы менән дә хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит ул: тыйнаҡ, бурысына тоғро, әүҙем кешеләрҙең бала-ейәндәре лә закон-тәртипте ышаныслы һаҡлай.
Тәслимә Мөхәмәтйәрова, Ҡолош ауылы