

Рәсәй Украинала хәрби махсус операция башлаған көн илебеҙҙең акциялар баҙары дер һелкенеп алды. “Ҡара халыҡ”ҡа әллә ни тойолмаһа ла, акцияларының хаҡы ҡырҡа төшөү сәбәпле олигархтар бер ыңғайы 39 миллиард доллар юғалтты, тип иҫәпләп сығарҙы “Бломберг” агентлығы. Иң күп аҡса (6,2 миллиард доллар) юғалтған Вагит Аликперовты артыҡ йәлләмәй тороғоҙ, 13 миллиарды ҡалған әле. Ә “Норникель” хужаһы Владимир Потанин 4,2 миллиард юғалтып та, һаман 26,1 миллиард долларлыҡ мал-мөлкәткә эйә. Көндәше Алексей Мордашевты йәнә уҙып китте, уның ни бары 23 миллиард, ти.
Көнбайыш илдәрендә “һүҙ азатлығы”, “сәйәси ирек” тигән төшөнсәләр исем өсөн генә инде ул. Бына, данлыҡлы дирижерыбыҙ Валерий Гергиев Италияның данлыҡлы “Ла Скала” театрында опера ҡуйыу менән мәшғүл. Милан ҡалаһы мэрә Джузеппе Сала музыкантҡа талап ҡуя – әгәр ҙә РФ Ҡораллы Көстәре операцияһына протест белдермәйһең икән, театр менән хеҙмәттәшлегеңде туҡтатасаҡбыҙ.
Бер яҡшыға бер яман, тип юҡҡа әйтелмәй. Ҡәһәр һуҡҡыр пандемияның да ыңғай яғы булманы түгел. Элек яңы дарыу-вакцинаны әйләнешкә индереү, бөтә тикшереү-көйләү процедураларын үтеү өсөн тиҫтә йыл талап ителһә, хәҙер бер йыл эсендә лә өлгәшә башланылар. Ғилми медицина тикшереүҙәренең күләме лә ҡырҡа артҡан, был иһә башҡа сирҙәргә көрәштә лә файҙалы. Малярия, чума, грипп һәм башҡа һалыуҙар тураһында һүҙ бара. Әйткәндәй, Америкала ковид менән стационарға һалыныусыларҙың 78 проценты һимеҙ кешеләр икән, шуға был мәсьәләгә лә иғтибар бермә артты. Тиҙ генә сертификациялап, элеккеләрҙән ике тапҡыр эффектлыраҡ медицина препараты һата башлағандар: экспериментта ҡатнашҡан 2 мең йыуан кеше тиҙ арала уртаса 15 процент артыҡ ауырлыҡтарынан ҡотола алғандар.
АҠШ ғалимдары 150 мең кешене тикшереп асыҡланы: COVID менән сирләүселәрҙә байтаҡ ваҡыт үткәс тә депрессиялар, йәғни, төшөнкөлөккә бирелеүҙәр 40 процентҡа йышыраҡ күҙәтелә. Шулай уҡ насар йоҡлаусылар, үҙ-үҙенә ҡул һалыу тураһында уйлаусылар күбәйә, психоактив матдәләргә тартылыуҙар көсәйә. Бына шулай, ҡәһәрле вирус үҙе дөмөктөрөлгәс тә, ҡара эше дауам итеүе мөмкин. Быны еңеүҙең ысулы бер юлы ябай ҙа, үтә ҡатмарлы ла инде: ниндәйҙер ғәйеп-кәмселектәрҙе тирә-йүндәгеләрҙә йә үҙеңдә эҙләүҙән арынып, сирҙән иҫән ҡалғанлығыңа шөкөр итеп, яҡты донъяға шатланып йәшәргә өйрәнеү.
Йәшелсәне күберәк ашаһаң, сәләмәтерәк булырһың, тигән хәҡиҡәт киң таралған. Оксфорд университеты (Англия) ғалимдары 400 мең пациент буйынса мәғлүмәттәрҙе тикшереп, йәшелсәне күп һәм аҙ ашаған кешеләр араһында инфаркт һәм инсульт осраҡтары бер самараҡ, тигән һығымтаға килә. Сей ( мотлаҡ шарт) йәшелсә һоғоноусылар араһында күрһәткес саҡ ҡына яҡшыраҡ, әммә быны профессорҙар икенсе факторға бәйләй - сей йәшелсә менән туҡланыу дәрәжәһендә һаулыҡтары өсөн “өф” итеп тороусылар, сәләмәт йәшәйештең башҡа талаптарын да теүәлерәк күҙәтәләр. Нимә ашағы килә, нимә үтә, тап шуны ашарға кәрәктер инде. Тик файҙаны уйлай башлаһаң, иң тура мәғәнәлә донъяның тәме китә бит.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ҡарамағында өс йыл инде Халыҡ дауалаусылары мәктәбе уңышлы эшләп килә. Ойошма етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы депутаты Гөлнур Ҡолһарина май-июнь айҙарында Урал аръяғы райондарының береһендә Халыҡ дауалаусылары фестивале уҙғарыласағы тураһында әйтте. «Был беҙҙең традициялар, беҙҙең мәҙәниәт. Халыҡ имселәре төрлө хәлдәрҙә ярҙам ҡулы һуҙа. Үлән менән дауалағандар,ҡот ҡойоу, таш һалыу, һылау, һөлөк һалыу менән шөғөлләнгәндәр бар. Оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ. Табиптарҙы, психологтарҙы саҡырабыҙ, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн Алтай шамандары менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Йәштәрҙе йәлеп итергә йыйынабыҙ. Беҙҙең халыҡта имселәр байтаҡ. Үҫеп килгән быуын өсөн ошо традицияларҙы һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ», — тине Гөлнур Ҡолһарина.
Былтыр Башҡортостанға 3 миллион 480 мең турист килгән, 2020 йыл менән сағыштырғанда 17 процентҡа күберәк. Уртаса 2 тәүлек ҡунаҡлайҙар, көнөнә хеҙмәтләндереүгә 2 391 түләй. Беҙгә иң күбе Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән, Татарстандан, Мәскәүҙән һәм Ханты-Манси округынан киләләр икән.