

Байрам үткәс.
Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы.
Гөрләтеп үтеп китте.
Әле алда беҙҙе көтә,
Беренсе Май байрамы.
Ҡырға, тауға сығарбыҙ,
Дуҫтар,туғандар килһә.
Йәшел үләндә ултырып,
Тәмле сәйҙәр эсәрбеҙ.
Тау башынан балалар,
Йомортҡа тәгәрәтер,
Ә ҡалғандар уларҙы,
Тоторға маташырҙар.
Байрамдар күп булһын,
Доньялар имен булһын.
Балалар,дуҫтар, туғандар,
Был доньяла Һау булһын.
Байрамдар килерҙәр ҙә,
Үтерҙәр ҙә китерҙәр.
Сабыр итеп тыныс ҡына,
Ғүмер итәйек бергә!!
Нәҡип Әйүпов, Озерный ауылы