Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
10 Март 2022, 03:28

Елдән килһә лә, Һинеке түгел!

“Минең банк картаһында ятҡас- минеке”, - тип уйлағандыр инде. Төптән яңылышыуын бик тиҙ аңлаталар, суд алдына баҫтыралар.

Елдән килһә лә, Һинеке түгел!Елдән килһә лә, Һинеке түгел!
Елдән килһә лә, Һинеке түгел!

Төбәгебеҙҙәге бер һәләк тә үҙенсәлекле  енәйәт эше тураһында Учалы район суды хәбәр  итте (http://uchalinsky.bkr.sudrf.ru/modules.php?name=press_dep&op=1&did=226).

Былтыр бер предприятиебыҙ бухгалтерияһы 70 425 һум  32 тин урынына хеҙмәткәренә яңылыштан   700 425 һум 32  тин күсерәгән була. Кисектермәй  шылтыратып был хаҡта иҫкәртәләр, әммә хеҙмәткәр  елдән килгән аҡсаны  үҙенең банктағы кредитын ҡаплауға, башҡа шәхси мәнфәғәттәренә тота. “Минең банк картаһында ятҡас- минеке”, - тип уйлағандыр инде. Төптән яңылышыуын бик тиҙ аңлаталар, суд алдына баҫтыралар. Яңылышлыҡ менән уға күсерелгән аҡса кире ҡайтартыла, ул үҙе урлашҡан  өсөн ( РФ Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 3-сө өлөшө) 1 йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде.

   Ярар, был осраҡта,  “Кем юғалтҡан, шул үҙе ғәйепле, кем тапҡан - шуныҡы”,  тип яңылышҡан кешене аңлап ҡарарға мөмкин әле. Бәғзе кешеләр, тотолорҙары, яза аласаҡтары ап-асыҡ билдәле булғанда ла, нәфселәренә баш була алмайҙар буғай.

   Бер яҡташыбыҙ һүҙҙән генә килешеп, күрше Татарстан кешеһен яллаған була. 2018-2021 йылдарҙа яҡташыбыҙҙың милкендәге ҡеүәтле  «Шаанкси» йөк автомобилендә республика, Силәбе өлкәһендә тегендә-бында төрлө йөктәр ташый. Нимәһендер килешмәгәндәрҙер инде, водитель булып ялланыусы хужаның йөк автомобилен Силәбелә булғанында һата ла ҡуя. Яҡташыбыҙ, әлбиттә, күрәләтә талауға  шымып ҡалмай, хоҡуҡ органдарына мөрәжәғәт итә. Мут сауҙагәр суд ултырышында ғәйебен таныған, ти. Шул уҡ уғрылыҡта ғәйепләнеп, шартлы рәүештә иркенән 4 йылға мәхрүм ителгән.

Мәҡәлә әҙерләнгән ваҡытта ике суд ҡарары ла законлы көстәренә инмәгәйне әле.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас